Яҙғы ташҡын яҡынлаша

Яҙғы ташҡын яҡынлаша 19.03.2016

Белорет районының Аҙнағол ауылы халҡы ғәҙәттән тыш хәлгә әҙерләнә. Урында төнгө дежур ойошторолған. Мал-тыуарҙарҙы урынлаштырыу мәсьәләһе лә хәл ителә.

Аҙнағол ауылында йәшәүсе Мөнир Ғәлин яҙғы ташҡындың ни икәнлеген яҡшы белә. Уның йорто йылға ярында урынлашҡан. Йыл да ҡабатланған тәбиғәт ғәрәсәтенә хатта, өйрәнеп тә бөткән тиерлек. 1964, 1992 йылдарҙағы көслө ташҡынды ла уҙаман бөгөнгөләй хәтерләй. Ул саҡта Ағиҙел йылғаһының ике ярында ултырған Аҙнағол ауылы халҡына, ысын мәғәнәһендә, асыҡ һауала йәшәргә тура килә.
Аҙнағолдар ташҡынға март башынан уҡ әҙерләнә башлай. Ағыҙып китеү ҡурҡынысы янаған йорт-ҡураларҙы нығытыу менән бер рәттән, мал-тыуарҙы ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе лә хәстәрләнә. Ә мал аҙығы былтыр уҡ ышаныслы урындарға өйөп ҡуйылған. Әлеге ваҡытта халыҡ көн-төн тип тормай дежурға сыға. Ташҡындың көслө булыуы көн кеүек асыҡ, ти ауылдаштар.
Аҙнағолдо ике өлөшкә бүлгән, ике ярҙы тоташтырыусы берҙән-бер сара ул аҫылмалы күпер. Уныһы ла теүәл 25 йыл элек төҙөлгән. 90-сы йыл башында ағып киткәне урынына ҡуйылған булған.
Шулай ҙа  ташҡынды «эй, үтеп китер әле» тип уйлаусылар ҙа юҡ түгел. Белгестәр халыҡты айырыуса быйыл уяу булырға саҡыра. Сөнки ул хәүефле булмаҡсы. Был тәү сиратта ҡарҙың күплегенә бәйле. Тотороҡһоҙ һауа торошо ла шул хаҡта иҫкәртә. Күрәһең, республиканың төрлө төбәктәрендә «Ҡышты оҙатыу»ҙар әлегә бушҡа ғына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика