Яҙғы ташҡын ваҡытында Башҡортостанда 657 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән

Яҙғы ташҡын ваҡытында Башҡортостанда 657 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән 31.03.2017

Бынан тыш, кәрәк булған осраҡта 100 урынлыҡ палатка ҡаласығы ойоштороу күҙаллана. Күсерелгән халыҡ аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителәсәк. Әле барлыҡ район-ҡалаларҙа ла ҙур һыуҙы тулы әҙерлек менән ҡаршы алыу өсөн тейешле саралар күрелә. Бөгөн Өфөнөң Киров районындағы ташҡынға ҡаршы штаб хеҙмәткәрҙәре хәүефле осорҙа йәлеп ителәсәк техникалар һәм ҡорамалдар менән таныштырҙы.

Өфөнөң Киров районында кәрәкле техникалар әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Сафҡа теҙелгән был транспорт саралары яҙғы ташҡын осоронда йылға ярҙарын күтәреү һәм халыҡҡа эсәр һыу килтереү менән шөғөлләнәсәк. Халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән бындай саралар йыл һайын ойошторолоп килә. Шуға ла хеҙмәткәрҙәр байтаҡ тәжрибә тупларға өлгөргән.  
Йылдағыса Киров районында Кооператив ялан һәм Өсөнсө пристань биҫтәләренә һыу баҫыу хәүефе янай. Әлеге ваҡытта яуаплы хеҙмәт вәкилдәре ихаталар буйлап халыҡҡа инструкция таратып сыҡҡан. Унда кешеләргә иҫкәртеү саралары, һыу баҫҡан осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында ентекләп  аңлатылған. Ә инде ташҡынға ҡаршы штаб халыҡты эвакуациялау, туҡланыу урындары, транспорт бүлеү өсөн яуаплы предприятиелар билдәләнгән. Һыу эсендә ҡалған йорт хужаларына кәмәләрҙә аҙыҡ-түлек, тәүге кәрәк-яраҡтар килтереү ҡаралған.
Һуңғы йылдарҙа Өфөлә көслө ташҡын күҙәтелгәне булманы. Шулай ҙа былтыр ҡайһы бер йорттар һыу аҫтында ҡалды. Белгестәр фаразлауынса, быйыл Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы күп йылғаларҙа һыуҙың кимәле нормаға ярашлы һәм унан 20-70 сантиметрға юғарыраҡ булыр тип көтөлә. Өфө эргәһендә Ағиҙел 850 сантиметрға тиклем күтәрелер тип күҙаллана. Ләкин көндәрҙең ҡапыл йылытыуы, яуым-төшөм, гидроҡорол­маларҙың көсөргәнешле эшләүе ҙур ташҡынға килтереүе ихтимал. Шуға ла яуаплы осорға һәр ваҡыт әҙер буырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика