Яҙғы ташҡынға әҙерлек

Яҙғы ташҡынға әҙерлек 11.03.2016

Өфөнөң Киров районында ташҡын көслө булған осраҡта 600-ҙән ашыу йорт һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан өйҙәрҙә йәшәүселәрҙе йыл һайын тиерлек һыу баҫа. Халыҡты иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы вәкилдәре  рейдҡа сыҡты.

Бер нисә йыл элек Ринат Ибраһимовтың йортоноң беренсе ҡатын тулыһынса һыу баҫа. Дөрөҫ, ул ваҡытта кисергән ҡурҡыныс минуттар артта ҡалған. Ләкин ир йыл һайын яҙғы ташҡынға алдан әҙерләнә. Әле үк ул документтарын, ҡиммәтле әйберҙәрҙе тоҡтарға тултырып ҡуйған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәрен йорт хужалары ихлас ҡаршылай. Һәр кемгә ташҡын ваҡытында һаҡланыу саралары тураһында белешмә тапшырыла. Ағиҙел буйында урынлашҡан был йорттарҙың күбеһе ике йә иһә өс ҡатлы итеп төҙөлгән. Һыу баҫҡан осраҡта өҫкө ҡаттарға күсергә мөмкин. Иң көслө ташҡын бында ете йыл элек теркәлә.
Илшат Ғәйнуллин да ташҡынға әҙер. Был йортҡа яңыраҡ ҡына күсенһәләр ҙә,  хужа биләмәне йыш ҡына һыу баҫыуы тураһында хәбәрҙар. Шуға ла кәмә һатып алып, өҫкө ҡатҡа элеп тә ҡуйған. Бынан тыш, яҡындарын ташҡындан һаҡлар өсөн гараж да эшләгән.
Рейд барышында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һыу аҫтында ҡалыу хәүефе янаған йөҙгә яҡын йорт хужаһы менән аралашты. Хәүеф янаған биләмәлә йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Әйткәндәй, бындай саралар тотош республика буйынса уҙғарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика