Яңы мутлашыу ысулымы, әллә иғтибарһыҙлыҡмы?

Яңы мутлашыу ысулымы, әллә иғтибарһыҙлыҡмы? 09.03.2015

Өфөлә йәшәүсе Виталий Старухин әсәһе исеменә былтыр көҙөн машина һатып ала. Бер нисә ай үтеүгә, уларға Бәләбәй ҡала судынан саҡырыу килә. Ғаилә аптырап ҡала. Баҡтиһәң уларҙың иномаркаһы банкка залогка бирелгән. Хәҙер Старухиндарҙың машинаһыҙ ҡалыуы ихтимал.

Виталий Старухин эш буйынса йыш командировкаларға йөрөй. Шуға ла был «Опель» автомобилен һатып алырға була ла инде. Ләкин машина Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында теркәүҙе уңышлы үткәс, транспортың  залогта булыуы тураһында уйлап та ҡуймай.
Виталий Старухин, зыян күреүсе: «Автокредит алырбыҙ тип уйлағайныҡ, миңә уны бирмәнеләр. Шуға ла әсәйем исеменә, машинаны һатып алыр алдынан аҡсалата 400 мең һум күләмендә кредит алдыҡ. Үҙемдең «Мазда» машинамды ла һатып, кредит аҡсаһын кушып, барлығы был автомобиль өсөн 640 мең һум түләнем. Элек намыҫлылыҡ  тәү сиратта ине, беҙ машинаны һатып алғанда уның залогта икәнен белмәнек».
Машина паспортында транспортты залогка биреүсенең исем фамилияһы ла бар. Ләкин Виталий Старухин уны таба алмай. Бынан тыш автомобиль транспортты залогка биреүсе хужаһынан һуң ике тапҡыр һатылған була. Бәләбәй район суды «Опель»де банкка ҡайтарырға тигән ҡарар сығара. Ләкин Виталий дөрөҫлөктө эҙләүен дауам итә. Шуға ла, аппеляция биреп Юғары судҡа мөрәжәғәт иткән. Ҡыҙғанысҡа, ошолай транспорт һатып алып, унан ҡолаҡ ҡағыусылар көндән көн күбәйә тейерлек. Баш ҡалала йәшәүсе Бәхтигәрәевтәр ҙә ошондай уҡ ҡармаҡҡа эләгә.
Икенсегә бәпестәре тыуыу уңайынан Эльвира Бәхтигәрәеваға тормош иптәше ҡиммәтле сит ил автомобиле бүләк итә. Әммә һуңғараҡ транспорттың ҡыуып алып кителгән исемлегендә тороуы асыҡлана.  
Ике осраҡта ла автомобиль хужалары ҡапҡанға эләгә, шулай ҙа улар зыян күреүсе тип һаналмай.
Валерий Шәрипов, юрист: «Был машинаны бурысҡа алыусы намыҫһыҙ кешеләрҙең эше. Ҡиммәтле транспортты кредитҡа һатып алып, бер нисә ай аҡса түләйҙәр ҙә, аңлы рәүештә уны һаталар. Һөҙөмтәлә ғәйепһеҙ кешеләр ғазаплана. Икенсе төрлө әйткәндә ошондай мутлашыу схемаһы бар. Ҡыҙғанысҡа, хоҡуҡ һаҡлау органдары бындай осраҡ буйынса енәйәт эше асмай. Банктар машинаның паспортын алып ҡалмай, юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына ла хәбәр итмәйҙәр. Шуға ла намыҫлы һатып алыусылар ошо мутлашыу аманаты булалар».
Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта ошондай осраҡтар йыш күҙәтелә. Шулай ҙа ҡапҡанға эләкмәҫ өсөн һатып алыр алдынан иң тәүҙә машинаның залогтамы юҡмы икәнен тикшереү зарур. Быны федераль нотариаль палата сайтына инеп тә ҡарарға мөмкин. Һатып алынған машинаның залогка һалыныуы асыҡланһа ла, тиҙ бирешергә ярамай,тип кәңәш итә юристар.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку