Яңы фатир урынына емерек стеналар

Яңы фатир урынына емерек стеналар 24.01.2015

Өфөлә законһыҙ рәүештә төҙөлгән йортто һүтергә тигән ҡарар сығарылған. Кооператив яланда участка хужаһы шәхси өй һалыу урынына дүрт  ҡатлы бина төҙөгән. Ул ғына ла түгел, хатта, фатирҙар  һатҡан. Был хәлдә 20-гә яҡын кеше зыян күргән.

Эргә-тирәлә йәшәүсе халыҡ  йорттары эргәһендә күп ҡатлы бина хасил булыуына шатлана алмай. Беренсенән, төҙөүселәр юлдарҙы боҙған, ҡайһы урындарҙа уны бөтөнләй япҡан. Өҫтәүенә, йорт эргәһендә ике ҙур соҡор ҡаҙылған. Был айырыуса балалар өсөн хәүефле тип борсола халыҡ. Икенсе мәсьәлә - канализация булмауында.
Участкала күп ҡатлы йорт күтәрелә башлағас та Киров районы хакимиәте төҙөлөш хужаһына законды боҙмаҫҡа кәңәш итә. Тик йүнсел өйҙө үҙе өсөн төҙөйөм тип аңлата. Ә техник экспертиза бинала 20-нән ашыу айырым фатир булғанын асыҡлай. Киров районы суды йортто һүтергә тигән ҡарар сығара, Башҡортостандың Юғары суды ҡарарҙы нигеҙле тип таба.
Йортта фатир һатып алырға өлгөрөүселәргә бер ҙә көнләшерлек түгел. Хәҙер улар аҡсаһыҙ ғына түгел, торлаҡһыҙ ҙа тороп ҡалыуы ихтимал. Сөнки район хакимиәте башта рөхсәт алмайынса йорт төҙөп, аҙаҡтан уны рәсмиләштерергә маташыусыларға көрәш иғлан иткән. Әйткәндәй, Киров районында ошо уҡ юл менән күтәрелгән тағы бер нисә йорт бар. Уларҙы ла һүтеү ихтималлылығы янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика