Яҙғы боҙға ышанма! 06.03.2015

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыусыларҙы һаҡ булырға саҡыра. Бигерәк тә йылға-күлдәрҙә балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар, йылғаның бер ярынан икенсеһенә сығыусыларға ҡағыла.

Интернет киңлектәрендә урын алған бындай видеояҙмаларҙың иҫәбе һаны юҡ. Шуға ҡарамаҫтан халыҡ яҙғы боҙ аша ла йөрөй, машина менән идара итеүҙән дә баш тартмай. Халыҡты боҙға барыуҙан тыйырға хоҡуғыбыҙ юҡ, ләкин аңлатыу эштәре алып барырға тырышабыҙ, ти бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекторы Наил Бакиров.
Баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә йәшәүселәргә Ҡариҙел йылғаһының икенсе ярына сығыуҙы бер ни күрмәй. Бының өсөн халыҡтың хатта, үҙҙәре билдәләнгән һуҡмағы ла бар. Был ғына түгел ҡарғиҙәрҙә елдерәләр. Тап хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәмәү арҡаһында күптән түгел Кушнаренко районында өс кеше боҙ аҫтына китте.  
Бигерәк тә халыҡ яҙғы боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡларға ярата. Хәүефле, әммә бер үк ваҡытта табышлы ла урындарҙы һайлай улар.
Балыҡсылар әйтеүенсә, әлеге ваҡытта боҙ ҡырҡ-илле сантиметр тирәһе. Яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма, тигән тапҡыр халыҡ мәҡәлен улар яҡшы белә. Үҙҙәре менән бергә хәүефһеҙлек әйберҙәрен йөрөтә. Шулай ҙа, яратҡан шөғөл ҡазаға әйләнмәһен өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты һаҡ булырға саҡыра.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика