Яңы һалынған юлдарҙың сифатын  тикшереү бурысы Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына йөкмәтеләсәк 27.03.2015

Был турала Республика Башлығы бөгөн комитеттың коллегия ултырышында белдерҙе.  Сөнки учреждение  әле төҙөлөш тармағындағы етешһеҙлектәрҙе кәметеү буйынса бурысын еренә еткереп үтәй. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе проблемалар ҙа бар. Төҙөлөш ойошмалары араһында үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараусылар,  объекттарҙы илке-һалҡы ғына  һалыусылар етерлек. Һөҙөмтәлә сифатһыҙ балалар баҡсалары, белем усаҡтары, дауалау учреждениелары, йорттар ҡалҡып сыға.  

Әмзә ҡасабаһындағы  яңы йорттар хужаларына ҡыуаныс урынына  көйөнөс алып килә. Авария хәлендәге барактарҙан күсенеүселәр  һалынған торлаҡ  йәшәргә яраҡһыҙ булып сыға. Республика башлығы  төҙөлөш сифатын тикшергәндән һуң ике йортто һүтергә, дүртәүһен төҙөкләндерергә ҡушты. Яҙа-йоҙа төҙөлгән объекттар исемлегендә  тиҫтәләрсә социаль обьекттар ҙа бар.  Уларҙың береһе Стәрлетамаҡтағы «Өс капитан» балалар баҡсаһы.
Һуңғы миҫал - Октябрьскийҙағы бала табыу йорто.  Төбәк халҡының 24 йыл буйы көткән медицина учреждениеһын төҙөүселәр илке-һалҡы ғына  эшләп ҡуя.  
Минән киткәнсе эйәһенә еткәнсе тип эшләү  миллиондарса бюджет  аҡсаһын елгә осороуға килтерә, икенсенән  аҙ ғына ваҡыт үткәс яңынан ремонт талап ителә.
Миҫалдарҙы,  райондарҙа ғына түгел Өфө уртаһында ла табырға мөмкин.  2007-се йылда  ғына файҙаланыуға тапшырылған һәм тиҫтә йыл да хеҙмәт итеп өлгөрмәгән Конгресс холл бинаһында  былтыр төҙөкләндереү эштәре башларға тура килгән.
Республика башлығы әйтеүенсә, был етешһеҙлектәр төҙөүселәрҙең сифатһыҙ материал ҡулланыуы, ҡуйылған талаптарҙы үтәмәүе, профессиональ кадрҙарҙы йәлеп итмәүе менән бәйле. Намыҫһыҙ ойошмалар аҡса һуғыуҙы ғына беренсе урынға ҡуя, ә кеше мәнфәғәтен ҡайғыртмай. Муниципаль берәмектәр сифатһыҙ итеп төҙөлгән объектарҙы ҡабул итергә тейш түгел, тине Рөстәм Хәмитов.
Тағы бер проблема - торлаҡ-коммуналь  система. Тарифтар күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, халыҡты  хеҙмәтләндереү кимәле бик түбән. Быйылдан  идарасы компаниялар етди тикшереү үтәсәк, хеҙмәтләндереү менән лицензияһы булған оойшмалар ғына шөғөлләнә аласаҡ.  Капиталь ремонтаҡа килгәндә, һуңғы  6 йылда  1 мең 300 йорт ремонтланған, йәғни йылына 200-ҙән ашыуыраҡ өй. Был  иһә  3 тапҡырға күберәк булырға тейеш.  Былтырҙан капиталь ремонтҡа фатир хужаларының да аҡсаһы йәлеп ителә, тик төҙөкләндереү тейешле кимәлдә алып барыла тип әйтеп булмай.
Ултыршта шулай уҡ юлдарҙың торошо хаҡында ла һүҙ булды. Рөстәм Хәмитов юлдарҙың сифатын  тикшереү бурысын да Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына йөкмәтеү тәҡдимен индерҙе.  Кешеләр өсөн  йәшәгән йорттарының, йөрөгән юлдарының  уңайлы, хәүефһеҙ булыуы мөһим, тине Республика Башлығы.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика