«Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!»

«Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!» 27.12.2014

Һин «Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!» фильмын нисә тапҡыр ҡарағаның бар? - тип һораған берәү. Яҡынса 20 тапҡыр тип яуап биргән икенсеһе. Тимәк, һиңә шунса йәш тип фаразлаған беренсеһе. Ысынлап та барыбыҙға ла билдәле был совет фильмын Яңы йыл алдынан күрһәтеү күптән инде матур йолаға әүерелгән. Әммә быйыл фильм яңыса төҫ алды. Сөнки унда төп рольдәрҙә «Өфө» клубы футболсылары уйнай. 

Төп ролдәрҙең береһен башҡарған Эммануэль Фримпонг  осраҡлы рәүештә ҡунаҡханалағы сит номерҙарҙың береһенә барып эләгә. Был ҡылығын ул  йыл һайын 31августа дуҫтары менән мунсаға барыуын,  ә ҡалғанын хәтерләй алмауы менән аңлата.   Хужалар саҡырылмаған ҡунаҡты  бүлмәнән сығарыу өсөн төрлө алымдар ҡулланып ҡарай. Әммә уларҙың береһе лә ниәттәрҙе бойомға ашырырға ярҙам итмәй. Фильм барышында футболсылар гитара менән  Барбара Брыльсканың «На Тихорецкую» йырын башҡара, фильмдағы төрлө ҡанатлы һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрә.  Шулай итеп  «Өфө» клубы вәкилдәре үҙ көйәрмәндәренә яҡынлашып килгән байрамға үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку