Яңауылдағы дауыл һөҙөмтәһендә емерелгән йорттарҙы төҙөкләндереү 80 процентҡа тамамланған 25.09.2014

Август аҙағында көслө дауыл һөҙөмтәһендә 500-ҙән ашыу бина емерелә. Ғәрәсәттән айырыуса Краснокама һәм Яңауыл райондары зыян күрә.

Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, өйөрмә йорт ҡыйыҡтарын алып ташлай, биналарҙы һүтә, автомобилдәрҙе осора. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлә. Ә матди зыян йөҙҙәрсә миллион һумдар менән иҫәпләнә.

Емереклектәрҙе һүтеп бөткәндән һуң, бөтә республиканан йыйылған төҙөүселәр эшкә тотона. Хәҙер инде дауылдан зыян күргән йорттар урынына яңылары ҡалҡып сыҡты, уларҙың ҡыйыҡтары ябылған. Был аҙнала тәҙрә-ишектәр ҡуйыу, иҙән түшәү ҡаралған. Артабан төҙөүселәр йылытыу системаһын ҡора башларға иҫәп тота.

Ирина Тажетдинова, Яңауыл районы хакимиәтенең баш архитекторы: «Районда барған төҙөкләндереү эштәрендә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 26 бригада ҡатнаша. Әле йорттарҙың тышын сайдинг менән япҡас, эске биҙәү эштәре башланасаҡ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика