Яңауылда урам байрамы уҙғарылды

Яңауылда урам байрамы уҙғарылды  09.09.2015

Быйыл ул алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Был юлы конкурста  Тимерязев биҫтәһендәге ете урам ҡатнашты.  Байрамға халыҡ  алдан әҙерләнгән. Өмә ойоштороп йорт яны майҙандарын сүп-сарҙан таҙартҡандар. Кәртә-ҡуралар ялт итеп тора, улар матурлап буялған, урамдар төҙөкләндерелгән. Бәйгелә  ҡатнашыусыларға бүләктәр, рәхмәт хаттары тапшырылды.

«Өлгөлө йорт» исеме  һәр урамдан бер ғаиләгә бирелде. Шәйҙуллиндар   ихатаһын үҙенсәлекле итеп биҙәгән. Кәртәләрҙә төшөрөлгән һүрәттәрҙә әкиәт геройҙары ла бар. Йорт алдында  төрлө сәскәләр, декоратив үҫемлектәр үҫә. Иң мөһиме -балаларға уйнарға  майҙансыҡ эшләнгән. Унда бөтә урам  кескәйҙәре йыйыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку