Яңауылда тимер юлсылар скверы төҙөлөшө бара 20.08.2016

Ял итеү урынында  аллея, велосипедта йөрөүселәр өсөн юлдар һалына, яҡында туҡталҡа һәм йәмәғәт транспортына ултырыу майҙансығы ла буласаҡ. Бригада иртә таңдан эш башлай, әлегә бордюрҙар ҡуйыу, ҡырсынташ түшәү менән шөғөлләнәләр. Артабан юлды асфальт менән ҡаплау бурысы тора.

Бының өсөн махсус техника етерлек. Объектты ваҡытында тапшырыу ҡаралған, ни тиһәң дә, сентябрҙә «Яңаул» станцияһы үҙенең йөҙ йыллығын билдәләй. Ә был сквер  байрам уңайынан  тимер юлсыларға ҙур бүләк булыр тип көтөлә.
Флүр Яҡупов, юл төҙөүсе: «Эҫе көн булһынмы, һыуыҡмы - һауа торошо эш сифатына ҡамасауламай. Хеҙмәтебеҙҙе намыҫлы башҡарырға тырышабыҙ. Халыҡҡа был майҙанда ял итеү оҡшар тип өмөтләнәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика