Яңауылда  «Еңеүҙең тере тарихы» акцияһы бара 18.04.2015

Ҡаланың Пионерҙар йортонда шөғөлләнеүсе балалар  яугирҙәргә ярҙам итә, уларҙың  һуғыш иҫтәлектәрен тыңлай. Был юлы улар Шәйхетдин Мингәрәевҡа килде.

Туҡһан бер йәшен тултырған ветеран балаларҙы ихлас ҡаршыланы. Төшкө аш әҙерләп йөрөгән аҡһаҡалға ҡыҙҙар  табын әҙерләште. Ветеран  хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шәйхетдин Мингәрәев Яңауыл районының Иҫке Вәрәш  ауылында донъяға килгән. Хәрби хеҙмәткә 1942 йылда алына. Уны Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Рус-япон һуғышында  штабта хеҙмәт итә. Серле документтар менән эш итә. Хәрбиҙе ыҡсым, һаҡсыл эш итеүе өсөн хөрмәт иткәндәр. Был сифаттары уға артабанғы тормошонда ла ярҙам иткән. Ул яҡшы финанс эшмәкәре булараҡ таныла. Ә хаҡлы ялға һалым хеҙмәте етәксеһе вазифаһынан китә.    
Шәйхетдин Мингәрәев, Бөйөк ватан һуғышы ветераны: «Буйға бәләкәй инем. Снарядтар ташырға кәрәк ине. Мине батарея командиры саҡырып алды ла өсөнсө полк штабына бар, өлкән  писарь булырһың тине. Эҙләп киттем,  полкты кискә табан ғына барып таптым. Шулай итеп писарь булып киттем».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика