Яңауылда «Бөйөк еңеү эҙҙәре буйлап» экскурсия маршруты  асылды 21.05.2015

Сарала Радик Гәрәев исемендәге мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Экскурсия маршруты - Бөйөк Ватан һуғышына  ҡағылышлы иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт итеүҙе күҙ уңында тота. Тәүге туҡталыш ил азатлығы өсөн башын һалған Яңауыл һалдаттарына арналған мемориал. Обелиск Еңеүҙең 35 йыллығына төҙөлгән. 1992 йылда бында яугир-интернационалистарға ла  мемориал асылған. Барельефта райондан сыҡҡан өс Советтар Союзы Геройының һыны һүрәтләнгән.

Дәһшәтле йылдарҙа хәрби йөк ташыған самолеттар йыш ҡына Яңауылда  төшөр   булған. 1943 йылда уларҙың береһе авиаһәләкәткә осрай.  Экскурсия  маршрутында ҡатнашыусылар экипажда  һәләк булыусы һигеҙ кешенең ҡәберлеген барып күрҙе. Артабанғы туҡталыш   3551-се    эвакогоспиатль. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хирургия госпитале ҡаланың тимер юлсылар мәктәбе бинаһында урынлашҡан.. Мәктәп музейында уның палатаһы менән  операция өҫтәле һаҡланған. Ҡомартҡыларҙы мәктәп коллективы йыйған.
Эльза Барекова, музейҙы ойоштороуҙа ҡатнашыусы  «Уҡытыусылар, уҡыусылар бөтәһе лә ҡатнашты. Һәр синыфҡа  тәғәйен бер йыл буйынса  ҡомартҡы тупларға ҡушылды. Мин үҙем Ҡазанға ике тапҡыр барып ҡайттым».
Маршрут артабан  Максимовкаға  илтә. Унда    Карелл- Фин АССР-нан эвакуацияланған кешеләрҙең ҡәберлеге янында  ауыр йылдар, аслыҡтан һәләк булыусы балалар тураһында крайҙы өйрәнеүсе Фиҙаил Гәрәйшин һөйләне. Райондың тағы ла бер тарихи урыны - Рабаҡ ауылында. 1973 йылда  унда осоу буйынса уҡыуҙар үткәргәндә летчик  Виктор Карпов һәләк булған. Ул авария урынында  ерләнгән. Фажиғә урынында  һәйкәл  ҡуйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика