Яңауыл районынан Бөйөк Ватан һуғышына 11 меңдән ашыу кеше китә

Яңауыл районынан Бөйөк Ватан һуғышына 11 меңдән ашыу кеше китә 07.04.2015

Уларҙың 7 меңе яуҙан кире әйләнеп ҡайтмай. Әлегә төбәктә 45 ветеран, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың 265 тол ҡатыны йәшәй. Районда Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек күптән башланған. Барлыҡ мәктәп, балалар баҡсалары, предприятие, ойошмаларҙа был күркәм датаға арналған саралар ойошторола. Әйтәйек, яңыраҡ районда «Фронт йырҙары ағыла» конкурсы үтте. Унда хеҙмәт коллективтарынан барлығы меңгә яҡын кеше ҡатнашты. 500-гә яҡын үҫмер «Төньяҡ балҡыш»  балалар үҙешмәкәр ижады конкурсында  хакимиәт башлығы призына көс һынашты.

Иртәгә  көндөҙгө сәғәт биштә Өфөнөң «Еңеү паркы»нда Бөйөк Еңеүгә арналған флешмоб уҙа. Сара сиктәрендә ҡаланың хәрби-патриотик һәм үҫмерҙәр клубтарының күрһәтмә сығыштары үтә. Ирекмәндәр өсмөйөшлө хаттар тарата, унда һуғыш геройҙары хаҡында мәғлүмәт буласаҡ. Шулай уҡ флешмобта «етмеш» фигураһына теҙелеп «Еңеү көнө» йыры башҡарыла. Акцияның маҡсаты йәштәрҙе волонтерлыҡ эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, патриотик рух тәрбиәләү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку