Ыҙғыш алмаһына әйләнгән сутыйҙар 19.01.2017

Баш ҡаланың шәхси йорттар секторында йәшәүсе ике күрше ер бүлешә алмай. Ваҡиға сценарийы барыһына ла таныш.  Бейегерәк төҙөлгән йорт бәләкәйерәген ҡыҫырыҡлай. Мәсьәләне йорттарҙың тауҙа ултырыуы ла киҫкенләштерә. Ерһеҙ ҡалған йорт хужаһы бейектән шыуған тупраҡтан, ҡарҙан да һаҡлана алмай. Һөҙөмтәлә торлаҡ таушала башлаған. Хаҡлыҡ кемдең биләмәһендә? Кем кемдең ерен тартып алған?

Ҡасандыр ике йорт араһында бер ниндәй ҙә кәртә булмаған. Ике күрше һикһәненсе йылдар башынан алып  туғандарҙай татыу көн иткән. Был дуҫлыҡҡа хосусилаштырыу сәйәсәте сик ҡуя. Флүр Ишбулдин күршеләренең йорт тирәһендәге ерҙе суд аша тотошлайы менән тиерлек үҙҙәренә алыуын дүрт йыл элек кенә белеп ҡала. Ул ғына ла түгел, ике участокты айырған сик уның йортон да икегә бүлә. Хәҙер килеп беҙҙең ерҙән өйөгөҙҙө күсерегеҙ, тип аптыраталар, ти Флүр Ишбулдин.
Кадастр инженерҙары сикте билдәләгәндә ниндәй ҡағиҙәләргә таянғандарҙыр, аңлашылмай. Әммә был хәл Ишбулдиндарға торлаҡһыҙ ҡалыу менән янай. Йортҡа терәп үк ҡуйылған кәртә стеналарҙы серетә башлаған. Тау битендә урынлашҡанлыҡтан ҡар һыуҙары ла, шыуған тупраҡ та йортҡа тула.
Әммә бер нимә лә эшләп булмай. Ер бит күршеләрҙеке. Һәр хәлдә улар кәртәләп алыуҙы закон нигеҙендә башҡарылды тип иҫбатлай.Шулай ҙа ҡағиҙә теүәл үтәлмәгән, ти белгестәр. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография идаралығынан белдереүҙәренсә, һәр йорт тирәләй хеҙмәтләндереү өсөн өс метрҙан дә кәм булмаған ер биләмәһе ҡалдырылырға тейеш.
Тимәк, ыҙғыш алмаһы үҫкән баҡса мәсьәләһе әле генә хәл ителмәйәсәк. Флүр Ишбулдин да  бирешергә теләмәй. Закон алдында барыһы ла тигеҙ, йорттоң ҙурлығына ҡарап ер бирмәйҙәр, ти ул.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика