Ҡыҙыл армия һәм һауа-диңгеҙ флоты көнө, Ҡораллы көстәр байрамы, хәҙер килеп Ватанды һаҡлаусылар көнө

Ҡыҙыл армия һәм һауа-диңгеҙ флоты  көнө, Ҡораллы көстәр байрамы, хәҙер килеп Ватанды һаҡлаусылар көнө 23.02.2015

23 февралдә билдәләнгән байрамға  исемен бер нисә тапҡыр үҙгәртергә тура килә, әммә әһәмиәте, есеме шул килеш ҡала. Ул ысын ир-егеттәр, илдең тыныслығы, именлеге һағында тороусыларҙы данлау,  аяҙ күк өсөн ҡорбан булыусыларҙы иҫкә алыу  көнө.  Быйыл байрам  тарихи дата - Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан билдәләнеүе менән дә иҫтәлекле. Ватанды һаҡлаусылар көнө Рәсәйҙән тыш Белорусия ла һәм Ҡырғыҙстанда ла байрам ителә.  

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сара бөгөн иртән Еңеү паркында  сәскә гөлләмәләре һалыу тантанаһы менән башланып китте. Республика етәкселеге, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл ҡаһармандары   һәләк булған яуҙаштарын  бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Фронт юлдары, тылдағы   батырлыҡтар хаҡында һөйләшеү артабан «Хәрби Дан» музейында, сәй табыны артында дауам итте.   Рөстәм Хәмитов  яу һәм тыл ҡаһармандарын байрам менән тәбрикләп,  Республикала  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләүгә ныҡлы әҙерлек алып барылыуын билдәләне. Һәр бер ветеран иғтибар, хәстәр менән солғап алынырға тейеш, тине Башҡортостан башлығы.
Курск дуғаһы,  Сталинграл, Ленинград өсөн  ҡаты бәрелештәр, Балтика буйы илдәрен дошман илбаҫарҙарынан азат итеү, тылда көндө-төнгә ялғап эшләп бар тапҡан-таянғанды фронтҡа оҙатыу. Осрашыуҙа яу һәм  хеҙмәт батырҙары дәһшәтле һуғыш йылдарын иҫкә алды. Мәҫәлән,  ветеран Сабир Йыһаншинға  Берлинға тиклем барып етеү бәхете тейә.
Еңеү өсөн көрәш фронт һыҙығында ла, тылда ла бара.  Хеҙмәт ҡаһарманы  Глеб Андреев Өфөгә Рыбинскиҙан Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән ҡуша күсеп килә һәм  һуғыш йылдарында ,,Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!" тигән девиз менән йәшәй.
Бөгөн шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ошондай юбилей миҙалдары ла тапшырыла башланы. Республикала юғары награданы 65 меңгә яҡын яу һәм тыл ветеранына биреү ҡаралған. Был юбилей миҙалы элеккеләренән төҫө менән дә, биҙәләше менән дә айырылып тора. Уға 1-се дәрәжәләге Ватан һуғыш ордены төшөрөлгән һәм миҙал бик сағыу итеп эшләнгән.
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған  тантаналы ултырыш  Ҡала мәҙәнит һарайында үтте.   Рөстәм Хәмитов  әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа республикала хәрби-патриотик тәрбиәгә ныҡлы иғтибар бирелә. Йәштәрҙә илһөйөрлек тойғоһо көсәйә.
Шулай уҡ  Ишембайҙағы кадет корпусының эшмәкәрлеген, йәш эҙәрмәндәрҙең   яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләп үтергә мөмкин. Мәҫәлән, Дыуан районы һәм Межгорьеның  эҙәрмәндәр отряды йыл башынан ғына  хәбәрһеҙ юғалған 400-ләп һалдаттың ҡәберен тапҡан.  Әрмегә ҡарата мөнәсәбәт тә үҙгәрә.
Тарихын хөрмәт иткән илдең киләсәге лә ныҡлы була.  Башҡортостан үҙенең ҡаһарман яугирҙары менән дан тота.  Тимәк, йәштәр өсөн дә өлгө алырлыҡ  миҫалдар күп. Сал сәсле  ветерандар иҫән, беҙҙең арала саҡта... Сөнки быуындар араһында бәйләнеш булғанда ғына   берҙәмлек, яҡты киләсәк хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку