Йәйге сессия тамам, ғилми практика башланды 29.06.2017

Өфө дәүләт нефть техник университетының янғын һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге кафедраһы студенттары Нуриман районына уҡыу-ғилми производство полигонына юлланды. Бөгөн янғын хәүефһеҙлеге буйынса тәүге махсус күнекмәләр үтте.

Йәйге лагерҙа ғәҙәттән тыш хәл. Ашхана бинаһында янғын. Төшкө ашҡа йыйылған халыҡ тиҙ арала эвакуацияланып, хәүефһеҙ урынға күсерелде. Һанаулы минут эсендә килеп еткән янғын һүндереүселәр биналағы утты туҡтатты. Шартлы рәүештә башҡарылған сарала барыһы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл башҡарҙы, ти белгестәр.
Динар Сәлихов, Башҡортостандың авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары: «Күнекмә барышында ҡуйылған бар шарттар ҙа үтәлде. Халыҡтың янғын сыға ҡалған осраҡта үҙен тота белеү-белмәүе тикшерелде. Был бигерәк тә ошо йүнәлештә уҡыған студенттарға ҡағылды».
Сарала башлыса Өфө дәүләт нефть техник университеты янғын һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге кафедраһының беренсе курсты тамамлаған студенттар өсөн ойошторолдо. Бөгөнгө күнекмә лә һуңғыһы түгел. Әле уҡыусылар янғын һүндереүсенең махсус костюмын ваҡытҡа кейеү, ҡорамалдарҙы дөрөҫ һүтеп-йыйыу кеүек дәрестәрҙе үҙләштерә. Ебәргән хаталарҙы төҙәтә.
Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары теоритик белемде уҡыу йортонда алғандан һуң, практик тәжрибәне уҡыу-ғилми производство полигонында нығыта. Улар хәүефһеҙлек сараларын теүәл һәм ваҡытында башҡарырға өйрәнә. Был йыйылылыҡты кире ебәреүсе костюм, ғәҙәттә нефть һәм нефть продуктары янғанда кейелә. Ул беҙҙең төбәктә бик үк файҙаланмаһа ла, кәрәге бар ти белгестәр. Ул кешене янғындан 800 градусҡа тиклем эҫелектән һаҡлай.
Нуриман районында юғары уҡыу йорто студенттары өсөн махсус ойошторолған ғилми производство полигоны ике аҙна тирәһе дауам итә. Ошо ваҡытта уҡыусылар практик тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, тиҫтерҙәрҙәре менән бергәләп ял да итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика