Йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә 22.05.2015

Әле республика район-ҡалаларындағы ял үҙәктәре эшмәкәрлеге менән Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, янғын хәүефһеҙлеге белгестәре таныша.

Янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмәләр был юлы Шишмә районында урынлашҡан Юрий Гагарин исемендәге балаларҙы һауыҡтырыу лагерында үтте. Рәсәй тимер юлы ҡарамағындағы ял үҙәгендә белгестәр уҡыусыларҙың хәүефһеҙлегенә яуап бирәсәк ҡорамалдар, урындағы һыу кимәле тикшерелде. Бынан 77 йыл элек нигеҙ һалынған лагерь әле лә халыҡты хеҙмәтләндерергә әҙер. Быйыл үҙәк 1200-ләп баланы ҡабул итә. Тәүге смена 10 июндән башлана.
Маргарита Трофимова, Ю.Гагарин исемендәге балалар  лагеры директоры: «Янғын хәүефһеҙлеге буйынса тәнҡит, иҫкәрмәләр юҡ. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы белгестәре һыуҙың сифатын тикшереү өсөн анализдар алды. Экспертиза һыуҙың эсергә яраҡлы тип таныны. Әлеге ваҡытта бәләкәй ремонт эштәре ҡалған. 2 июнгә тиклем лагерь тулыһынса балаларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика