Йәй уртаһы - ҡыҙыу ял осоро 26.06.2015

Күптәр ҡомда ҡыҙынып, диңгеҙҙә ял итеүгә өҫтөнлөк бирә. Өфө аэропорты бал ҡортондай гөжләп тора. Әммә матур һәм иҫтәлекле ялды насар кәйеф менән боҙмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк.

Сергей Мельников, таможня һағы етәксеһе урынбаҫары: «Cит илдә ял иткәндә сәйәхәтселәргә тауар күсереү буйынса таможняның ҡатмарлы булмаған ҡағиҙә һәм сикләүҙәрен белеп эш итергә кәрәк».
Таможня хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, һаҡ сигенән алып сыҡҡанда  күп кимәлдәге иҫерткес эсемлектәр, тәмәке һәм юғары суммалағы аҡса менән ауырлыҡтар тыуа.
Шулай уҡ изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусыларға ла айырым иғтибар кәрәк, ти таможня һағында тороусылар.
Сергей Мельников, таможня һағы етәксеһе урынбаҫары: «Хаж ҡылыусы өлкән йәштәге кешеләрҙең йыш ҡына дарыу кәрәк-яраҡтары тураһында һорауҙары тыуа. Шулай уҡ беҙ экстремистик йөкмәткеле әҙәбиәткә лә тикшереү үткәрәбеҙ».
Быйыл май айында Өфө аэропортында эшләй башлаған халыҡ-ара терминалдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Белгестәр билдәләүенсә, ул халыҡ-ара стандарт талаптарына бар яҡлап та яуап  бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика