Йәй ғүмере - ике миҙгел... 23.08.2016

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт шарттарының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә ҡояшлы селләнең оҙаҡҡараҡ һуҙылыуы күҙәтелә. Быны белгестәр Ер шарында температураның  һуңғы йөҙ йылда ярты градусҡа артыуы менән аңлата. Түҙеп торғоһоҙ эҫелә кешеләр генә түгел, үҫемлектәр донъяһы ла үҙгәрештәр кисерә. Әйтәйек, алмағастар һәм башҡа емеш ағастары ике тапҡыр сәскәгә бөрөләнә, картуфтан бер-нисә тапҡыр мул уңыш алып була. Беҙҙең төбәктә йылы яҡтар өсөн хас бөжәктәр ҙә күренә башлай.

Сәйәхәтсе һәм географ Рәмил Зыя улының баҡсаһында емештәр йыл һайын мул уңыш бирә. Быйыл да һауа торошо эҫе һәм яуым-төшөмһөҙ булыуына ҡарамай улар  йәшелсә-емештәрҙән мул уңыш йыйып алған. Рафиҡовтарҙың шәхси йортоноң  ике сутый ғына ере -ожмах баҡсаһын хәтерләтә. Ҡыяр, помидор, алманы йыйып өлгөр генә. Һуңғыһын ҡышҡылыҡҡа күпләп киптерәләр ҙә. Өҫтәүенә, хужаларын шатландырып, ,,Башҡорт һылыуҡайы" сорты әсәһенең тыуған көнөндә икенсегә сәскә атҡан.
Һикһән ете йәше менән барған әсәһе Нәжибә ханым да йәйге һәр көндөң ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша. Был түтәлдәрҙән бер-нисә тапҡыр картуф һәм ҡыяр сәсеп мул уңыш ала. Оҙон һәм бай ғүмер юлы үткән ағинәй бөтә йәштәрҙе лә үҙе кеүек хеҙмәт һөйәргә өндәй.
Был сейәләрҙе хужа газүткәргескә яҡын тип киҫеп ташларға була, әммә сәскәләрҙе күреү менән уйынан кире ҡайта. Ағастар һәм үҫемлектәр йәй миҙгеленең оҙаҡҡараҡ һуҙылыуына үҙенсә яуап бирә. Синоптиктар фекеренсә, август айында башҡа йылдарҙан айырмалы ,тотороҡло йылы һауа торошо күҙәтелә. .
Әйткәндәй, беҙҙең төбәктә климаттың йылыныуы арҡаһында суфый сиңерткә кеүек көньяҡ бөжәктәренең күпләп үрсеүе күҙәтелә. Был күренеш  һауа шарттарының йылыныуы һәм йәй миҙгеленең оҙаҡҡа һуҙылыуы менән бәйле. Тимәк, ауыл хужалығы һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә лә эш пландарына үҙгәрештәр индереп, мул уңышҡа нигеҙ һалыр өсөн бер-нисә тапҡыр сәсеү һәм йыйыу эштәре  менән шөғөлләнергә генә ҡала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика