Йәйәүлеләр төнгө эңерҙә өҫтөнә ут яҡтыртыусы кейем кейергә бурыслы

Йәйәүлеләр төнгө эңерҙә өҫтөнә ут  яҡтыртыусы кейем кейергә бурыслы 25.11.2014

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий  Медведев Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерҙе. Күрһәтмәгә ярашлы, ҡала йә ауыл сите юлдары буйлап барыусылар  кис фликерҙар йә махсус ялтырауыҡтар тегелгән кейемдә йөрөргә тейеш. Үҙгәреш киләһе йылдың  1-се июленән үҙ көсөнә инә. Ҡағиҙәне инҡар итеүселәргә 500 һум күләмендә штраф ҡаралған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы вәкилдәре был үҙгәреш юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметәсәк тигән фекерҙә.

Ауыр юғалтыу кисергән әсә күҙ йәштәрен тыя алмай. Ай ярым элек
Елена Платонованың улы Владимир автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына ҡалып һәләк булған. Мәктәп ойошторған саранан ҡайтып барған уҡыусыны автобустан сығыу менән машина бәргән. Фажиғәгә руль артындағының иғтибарһыҙлығы сәбәпсеме, әллә үҫмерҙең вайымһыҙлығымы, быныһын тикшереү асыҡлай. Бөгөн әсә  бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле барлыҡ документтар менән танышҡан. Уның әйтеүенсә, трассала ҡараңғы булыу сәбәпле видеокүҙәтеү ҡоролмаһы яҙмаһында улының юлға сығыуы күренмәй.
Фажиғә ошо трассала киске сәғәт 9-ҙа теркәлә.  Ҡаланан кинотеатрҙан ҡайтып барыусы мәктәп автобусы баланы юл уртаһында ҡалдыра. Уҡыусы юлды аша сығырға теләй, әммә ҡаршыға елеүсе автомобилде абайламай.  Был урында фонарҙар һәм яҡтылыҡ юҡ, шуға күрә фажиғәгә ҡараңғылыҡ сәбәпсе булыуы ихтимал.
Ошондай бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында  юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде. Киләһе йылдан  төнгө юлда йөрөүселәр  утты яҡтыртыусы кейем кейергә  йә махсус билдәләр - фликерҙар тағырға тейеш. Үҙгәреш тәү сиратта күрше ауылдарға йөрөп уҡыусы балаларға ҡағыла. Бындай осраҡта водитель йәйәүлене 500 метр арауығында күрә ала. Күңелһеҙ статистикаға юл ҡуймау өсөн тәү сиратта балалар араһында аңлатыу эштәре алып барыу зарур.
Хәҙерге заманда утты яҡтыртыусы туҡыма элементтары  кейемгә лә тегелә.  Сауҙа үҙәктәрендә балалар һәм ололар өсөн ҡышҡы курткалар һатып алырға мөмкин. Шулай ҙа фликерҙарҙы һәр магазин кәштәләрендә осратырмын тимә. Бер нисә сауҙа үҙәген урағандан һуң уларҙы  китап магазинында осраттыҡ.  
Йыл башынан республика юлдарында 19 баланың ғүмере өҙөлгән, 341-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл инспекторҙары билдәләүенсә, күңелһеҙ статистика ғәҙәттә ҡыш тулылана.  
Инспекторҙар балаһының  хәүефһелеге өсөн борсолған ата-әсәләр  яңы үҙгәрешкә һәм күңелде өшөткөс  статистикаға ҡолаҡ һалыр тигән теләктә ҡала. Сөнки бала ғүмере 120 һум менән иҫәпләнмәй.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика