Йәйәүлеләр өсөн яңы закон ғәмәлгә инә 13.02.2015

1 июлдән йәйәүлеләр төндә фликерҙар тағырға, йә махсус ялтырауыҡтар тегелгән кейемдә йөрөргә тейеш. Әлегә был талап мәжбүри түгел, шулай ҙа йәйҙән ҡағиҙәне боҙоусыларға биш йөҙ һум күләмендә штраф ҡаралған. Ә фликерҙарҙы ҡайҙан һатып алырға була?

Ғафури районынан кескәй Саша әлегә атлай алмай. Уның өсөн, хатта, бер аҙым яһау ҙа оло һынау. Өс ай элек уны машина бәреп китә. Ҡыҙҙың аяғы һына, мейеһе һелкенә. Бәғерһеҙ водитель ғәфү үтенеүҙе лә кәрәкле тип тапмай. Саша бөгөн әсәһе менән баш ҡалаға реабилитация курсы үтергә килгән. Аяҡҡа  баҫыр өсөн балаға дауаланырға кәрәк.
Любовь Иванова, Сашаның әсәһе: «Ике аҙнанан һуң ғына тәүге тапҡыр күҙ йәштәрем аҡты, бығаса, хатта, илай ҙа алманым. Сөнки балам  «Әсәй, ауырта» тип көнө-төнө илай... Мин уның аяғына кире баҫыр тип уйламағайным да, табиптар ныҡ тырышты».
Әлбиттә, машина аҫтында ҡалыу эҙһеҙ үтмәй. Саша ике ай гипста йөрөй. Етмәһә, ҡыҙҙа һаман да ҡурҡыу тойғоһо ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында ҡазаланыу осраҡтары  һирәк түгел. Улар һәр ваҡыт хәүеф үҙәгендә.
Инспекторҙар билдәләүенсә, аварияларҙың 10 проценты балалар ҡатнашлығында теркәлә. Күңелһеҙ статистикаға юл ҡуймаҫ өсөн,  уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре араһында даими аңлатыу эштәре лә алып барыла. Эңер төшкәс, ҡараңғыла йөрөгәндә кейемгә йәбештерелгән фликерҙар машина аҫтында ҡалыу осраҡтарын ҡырҡа кәметер тигән өмөт бар. Тик ҡайҙа һатыла һуң был ялтырауыҡтар? Һорауға яуап эҙләп беҙ баш ҡаланың эре сауҙа нөктәләренә йүнәлдек. Һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ түгел.
Сираттағы магазинда ла был тауар булмай сыҡты. Яҡын киләсәктә уның бында һатылыуы көтөлмәй ҙә. Бынан тыш, ҡайһы бер һатыусыларҙың фликерҙың нимә икәнен дә белмәүе аптыратты.
Шулай ҙа юлыбыҙ бөтөнләй уңманы тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер эре сауҙа нөктәләрендә фликерҙарға юлыҡтыҡ. Китап һатҡан магазиндарҙың күбеһендә ул  бар. Ҡиммәт тә түгел, ни бары йөҙ ҙә егерме һум.
Бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында  юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереләсәк.  Был яңылыҡ, тәү сиратта, күрше ауылдарға йөрөп уҡыусы балаларға ҡағыла.
Белгестәр фекеренсә, закон көскә ингәндән һуң фликерҙарға һорау бермә-бер артасаҡ.  Тик әлегә баш ҡаланың эре сауҙа нөктәләренең күбеһендә был тауарҙы һатыу яйға һалынмаған. Райондарҙа ла уны табырмын тимә. Йәйгә тиклем был эш алға китер тип өмөтләнәйек.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика