Йәштәргә дини тәрбиә

Йәштәргә дини тәрбиә 05.06.2015

Бөгөн Учалы районының Ахун ауылында мәҙрәсә асылды. Иман йортон төҙөүҙә тотош ауыл халҡы ҡатнашты. Мәҙрәсәлә хаҡлы ялдағы Ахун урта мәктәбе уҡытыусылары белем бирәсәк. Дини уҡыу йортонда иртәгә 19 уҡыусы иман серҙәренә төшөнә башлай.

Мәҙрәсә асыу тантанаһына халыҡ иртә таңдан йыйыла башланы. Был көн һәр кем өсөн изге, сөнки ахундар уны күптән көткән. Мәҙрәсәлә олоһо ла, кесеһе лә мосолман дине ҡанундарына, ғәрәп теленә, доға уҡыу серҙәренә өйрәнә ала. Әйткәндәй, Ахунда бәләкәй балалар ҙа намаҙға баҫҡан. Мәҙрәсә Ахун ауылы мәсете эргәһендә асылды. Иман йорто 1870 йылды төҙөлә. Ул Учалы районында Совет осоронан һаҡланып ҡалған берҙән-бер мәсет. Мәҙрәсәгә Дәрүит хәҙрәт нигеҙ һала. Балта оҫтаһының ғүмере мәҙрәсәгә һуңғы сөй ҡаҡҡанда өҙөлә. Ауыл халҡы мәҙрәсәне изге кеше тип йөрөтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку