Йәштәр ил киләсәге 11.09.2015

Өфө районында бөгөн республика йәштәренең профсоюз  форумы башланды.

Cарала Башҡортостандың район -ҡалаларынан  йөҙгә яҡын кеше ҡатнаша. Улар араһында студенттар ҙа, эшсе йәштәр ҙә бар. Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған форумда республика йәштәренә белем алыу, эшкә урынлашыу, үҙ эшен асыу һәм башҡа өлкәләрҙә проблемалар һәм уларҙы хәл итеү ысулдары ҡарала. Сарала ҡатнашыусылар төрлө профсоюз ойошмалары лидерҙары менән осрашып фекер алыша.  
Бөгөн форумдың иң сағыу өлөшө дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары  чемпионы Ирек Зарипов менән осрашыу булды. Йәштәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алып күренекле спортсы менән фотоға төштө.
Ирек Зарипов, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры: «Уңышлы булыу өсөн иң мөһиме тырышырға, үҙеңә ышанырға кәрәк. Хәҙерге йәштәр әүҙем, бөгөн дә бында бик күп лидерҙар йыйылған. Бергә аралашып, йыйылышып тыуған проблемаларҙы хәл итеү, фекер алышыу мөһим».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика