«Йәштәр фәнде, ижадты һәм сәләмәт тормошто һайлай»

«Йәштәр фәнде, ижадты һәм сәләмәт тормошто һайлай» 22.05.2015

Ошондай исем менән Өфө дәүләт авиация техник университетында  республика  йәштәр форумы  үтте. Рәсәй Наркотиктар әйләнешен  контролдә тотоу  идаралығының йәмәғәт советы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән берлектә үткәрелгән сараның маҡсаты изге - егет-ҡыҙҙарҙы   республика, ҡала һәм үҙҙәре белем алған уҡыу йорто кимәлендә мөһим  социаль проблемаларға йәлеп итеү. Быйылғы  форумда  19 муниципаль район һәм ҡала округтарынан 108 ижади эш  тәҡдим ителгән.

Йәш быуынды йәмғиәткә янаған наркомания, эскелек кеүек афәттән аралаған сара өс этаптан торҙо. Пленар өлөштә йәштәр ойошмалары етәкселәре,  наркомания һәм уға ҡағылышлы енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә арналған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика туры еңеүселәре сығыш яһаны. Фәннни эш авторҙары  афәттән нисек ҡотолоу юлдарын  аңлатты.
Данил Әминев, Сибай ҡалаһының р. Өмөтбаев исемендәге  башҡорт лицейы уҡыусыһы: «Мин эскелеккә бирелгән, тәмәке тартҡан кешеләрҙең тормошо еңелдән түгеллеген һәр ваҡыт күҙәтә килдем. Фәнни эш барышында бик күп иптәштәремдән һораштым. Улар бөтәһе лә сәләмәт тормош алып барыу яҡлы булып сыҡты. Минең фәнни эшем йәмғитәкә файҙалы булыр, тип уйлайым».
Ҡыҙыҡлы докладтарҙан һуң наркоманияны иҫкәртеүгә арналған  оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Джефф-клубта ҡатнашыусы йәштәр  социаль проблемаларҙы  хәл  итеү  юлдарын өйрәнде. Заман  егеттәре һәм ҡыҙҙарынында дөрөҫ аҙым яһарға өндәүсе тәрбиәүи  семинар дәрестәре лә юғары кимәлдә үтте. Сара  һуңында ирекмәндәр нәфис фильм ҡараны.
Бында өйрәнгән эш алымын районға ҡайтҡас, йәштәр араһында таратасаҡмын. Бындай саралар бик кәрәкле. Беҙгә айырыуса ауыл йәштәре араһында аңлатыу эштәре алып  барырға тейешбеҙ. Улар  ҡала мөхитенә килеп эләккәс, насар юлға баҫмаһын  өсөн.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку