«Йәшерен патруль»

«Йәшерен патруль» 05.08.2016

Республикала бөгөн старт алған «Ҡаршы һыҙат» операцияһының маҡсаты  юлда йөрөүселәрҙе иҫкәртеү, ә ҡағиҙә боҙоусыларҙы аҡсалата язаға тарттырыу.

«Йәшерен патруль» экипажым М5 трассаһында иномарканың тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сығыуын күреп ҡала. Был турала шунда уҡ юлдағы посҡа хәбәр ителә. Тимәк был водителдең сәйәхәте шыма ғына үтмәйәсәк. Уға кәмендә 5 мең һум күләмендә  штраф янай. Әлбиттә юл ҡағиҙәһен боҙоусы үҙе бының менән риза түгел.
Шулай ҙа нспекторҙар менән тартҡылашыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Билдә ысынлап та бар, ҡағиҙә боҙоу видеокамераға төшөрөлгән. Ахыр сиктә Свердлов өлкәһенән килгән водитель ҡағиҙә боҙоусыларға ҡаршы бындай көрәш алымы кәрәклеген  таныны. Йәшерен патрулдең һөҙөмтәлелеген инспекторҙар ҙа иҫбатлай.
Шуныһы ҡыҙыҡ, быға тиклем джип хужаһының юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, инспекторҙар күҙлегенә эләккәне булмаған. Ләкин бөгөнгө ҡылығы өсөн шунда уҡ  язаға тарттырылды. Шулай итеп йәшерен патруль юлдарҙа бик урынлы булыуы йәнә иҫбатланды. Ләкин водителдәргә ябай машиналарҙа йөрөүсе инспекторҙарҙан түгел, ә юлда хата эшләүҙән ҡурҡырға кәрәк. Сөнки юлда кескәй генә хатаның хаҡы кеше ғүмеренә торошло.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика