«Йәшел йылан» балаларҙың бәхетен урлай 26.09.2016

Бөрө районы Акудибаш ауылында йәшәүсе Лилиә менән Олег Шамидановтар эскелеккә бирелеп, малай-ҡыҙҙарына ҡул һелтәгән. Алты бала яҡын туғандары тәрбиәһендә үҫә. Өсәүһе әле бәлиғ түгел йәштә. Үҫмерҙәр әйтеүенсә, улар өсөн бүленгән барлыҡ социаль түләүҙәрҙе ата-әсә үҙ кеҫәһенә һалып бара.

Алтынсы синыфта белем алыусы Евгения Шамиданова үҫкәс  уҡытыусы булырға хыяллана. Гуманитар фәндәрҙе үҙ итә, рус теле дәресендә уға етеүселәр юҡ. Ҡыҙ мәктәптә уҙғарылған сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Төрлө грамота-дипломдарға лайыҡ. Уның уңыштарына уҡытыусылары ла һоҡлана.
Мәктәптә йылмайып ҡына йөрөгән Женяның күпме күҙ йәше түгеүе, билдәһеҙ. Шуныһы асыҡ - эскелеккә һабышҡан ата-әсәһе уның тормошо менән ҡыҙыҡһынмай. Ҡыҙ туған тейешле оло йәштәге инәһендә йәшәргә мәжбүр. Яңауылда махсус интернат-мәктәптә белем алыусы бер туған апаһы Света ла гел улар янына ҡайтып йөрөй. Етмеш йәшкә еткән ханым ете мең һумлыҡ пенсияһын өҙөп-йолҡоп балаларға еткерергә тырыша.
Света Яңауылда бер үҙе генә белем алмай. Ун йәшлек бер туған ҡустыһы Алексей ҙа махсус интернат-мәктәптә уҡый.
Светлана Шамиданова:  «Мин тәнәфестәрҙә, буш ваҡытымда ҡустыма барып йөрөйөм. Ул әсәйҙе һағынам, ҡасан килә инде, тип илай. Ата-әсәйем эсһә, беҙҙе йорттан ҡыуа башлайҙар, шуға инәйебеҙгә ҡайтабыҙ».
Балалар йөҙ метр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан тыуған йорттарын урап үтеүҙе хуп күрә. «Йәшел йылан» хакимлыҡ иткән өй тыштан ғына ялтырай, эстә гел тауыш, ыҙғыш-талаш. Шамидановтар ғаиләһе опека органдарында иҫәптә лә тора. Галина Аҫылбаева әйтеүенсә, был хәлдә шуныһы ҡыҙғаныс. Света менән Алексей өсөн инвалидлыҡ буйынса пенсия ата-әсәләре иҫәбенә күсә. Был аҡсалар шул эскегә китәлер инде тип борсола ул. Хәйер, опека органдарында быны иңҡар иттеләр.  
Ҡыҙҙары әсәһенең уларға даими кейем-һалым һатып алып тороуын кире ҡаҡмай. Әммә ғәзиз йәндәре өсөн яуаплылыҡ тоймауы көн кеүек асыҡ. Әле лә балалар әсәләренең ҡайҙалығын белмәй. Шулай ҙа улар ҡәҙерле кешеләренең дөрөҫ юлға баҫырына ышанысын юғалтмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика