Йәшел йорт 03.06.2015

Өфөлә Рәсәйҙә иң беренселәрҙән булып экологик йорт төҙөүсе Альфред Фәйзуллин йәшел стандарттар буйынса сертифакация үтте.  Белгестәр йортта тикшереү уҙғара. Унда һаулыҡҡа һәм тирә яҡ мөхиткә зыян килтереүсе бер ниндәй ҙә зыянлы матдәләр булмауы иҫбатлана.

Был бүлмәне йорттоң йөрәге тип атарға мөмкин. Унда биналағы һауа торошо һәм уңайлы шарттар өсөн яуап биреүсе бар ҡоролмалар урынлаштырылған. 300 литрлыҡ һауытта һыу йылына, ул ҡояш коллекторҙары ярҙамында эшләй. Ә был ҡоролма йортто йылыта. Уның бер өлөшө ергә беркетелгән, заманса техника ерҙән энергия алып ҡыш өйҙө йылытһа, йәйгеһен киреһенсә.
Альфред Фәйзуллин, шәхси эшҡыуар: «2013 йылда ҡаты һыуыҡтар  булды. 34 градусҡа тиклем һыуыҡтар күҙәтелде. Өйҙөң майҙаны 210 квадрат метрға яҡын. Шул айҙа ут өсөн 1260 һум түләнек».
Махсус комиссия өйҙә тикшереү уҙғарған. Бина йылыны яҡшы тота. Рәсәй стандарттары буйынса йорттарҙа йылыны юғалтыу 50 проценттан да артып китә. Ә был йортта күрһәткес ни бары 5 процент. Шуға ла утҡа түләүҙәр күпкә кәмей. Ә йәйгеһен йорт эҫенмәй. Иҙәнгә ҡағылған заманса плинтустар һыуыҡ сығарып һауаны көйләй.
Йәшел стандарт буйынса төҙөлгән йорт аҙ сығымдар талап итә. Тиҙ арала үҙенең хаҡын ҡайтара. Энергия сығымдары аҙ ҡулланыла. Материалдар тикшереү үтә. Был йорттар уңайлы һәм хәүефһеҙ.
Йортта ут үткәргестәр янғынды һүндереүсе махсус материал менән уратылған. Экологик йортто төҙөү - арзан түгел. Ләкин энергоресурстарҙы аҙ тотонғанлыҡтан, уның файҙаһы ҙур, ти белгестәр.
Башҡортостанда бер өй генә йәшел өйгә сертификация үтте. Әлбиттә, был беҙҙең беренсе аҙым. Башҡортостанда ГУП ИБЖ йәшел йорттарҙы сертификациялау хоҡуғы алды. Ошо стандарттар буйынса төҙөлгән өйҙәр сертификат ала ала.
Өйҙөң эске һәм тышҡы өлөшө бер-береһенә йәбештерелгән бурсаларҙан эшләнгән. Уртаһында экологик һәм хәүефһеҙ йылытҡыс. Оҙаҡламай Башҡортостанда ошондай технология буйынса төҙөлгән йорттар менән ауылдар барлыҡҡа киләсәк. Әле проект тормошҡа ашырыла башланған да инде.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика