«Йәшел Рәсәй»

«Йәшел Рәсәй» 30.08.2014

Бөгөн ил буйынса тирә-яҡ мөхитте таҙартыу  өмәләре үтә. Өфөлә акция  иртәнге сәғәт 10-да башланды. Баш ҡала парктарын таҙартыуға тиҫтәләп волонтер сыҡты.

Калинин паркын таҙартыуҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре һәм баш ҡала халҡы ике тоннанан ашыу сүп-сар йыйҙы. Өмә йәштәрҙә һәм балаларҙа экологик мәҙәниәт һәм тыуған төйәккә һөйөү уятыу маҡсатында уҙғарыла. Өмәләрҙә ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта, тип билдәләй ойоштороусылар.
 Салауат Сәғәҙиев, волонтер: «Мин үҙемдең тыуған һәм йәшәгән еремдең экологик торошона битараф түгел. Шуға ла өмәләрҙе ҡалдырмайым. Ғәҙәттә, парктарҙы тыштан ғына таҙарталар ҙа, эстә сүп-сар ятып ҡала. Ә акцияларҙан һуң парк таҙарып ҡала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика