«Йәшә урман!» Бөтә Рәсәй акцияһына Иглин урмансылары ла ҡушылды

«Йәшә урман!» Бөтә Рәсәй акцияһына Иглин  урмансылары ла ҡушылды 14.10.2014

Тәкәй  ауылы эргәһендәге әүлиә ҡәберлеге эргәһендә ағастар ултыртылды, тирә яғы сүп-сарҙан таҙартылды. Изгене  урындағы халыҡ  хөрмәтләп иҫкә ала.

Иглин районындағы әүлиә ҡәберлеге эргәһендә доғалар, сүрәләр уҡыла. Легендалар буйынса, тау ҡуйынына әүлиә ерләнгән. Был урында булып ҡайтҡандан һуң күптәр һаулығы яҡшырып китеүен, хәле еңеләйеүен тоя. Элек Иглин районының Тәкәй ауылы аша Себер юлы үткән. Хажға барыусы диндар ауылда туҡтап ҡунаҡ булып киткән. Мәккәнән ҡайтышлай арыған юлсы тағы ла ауылға ингән.

Әүлиәне ерләгәндән һуң ауыл кешеләре уның тирә-яғын кәртәләй. Һәр ваҡыт тәртиптә тота. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында юл төҙөүселәрҙең береһе трактор менән уның эргәһен ҡаҙый башлағас, урман араһынан килеп сыҡҡан ҡарт эште туҡтатыуҙы һораған. Уның урынына килгән икенсе трактор ҡапыл ватылып туҡтап ҡала. Шул ваҡиғанан һуң кешеләр әүлиәнең мөғжизәле көскә эйә булыуына тағы ла нығыраҡ ышана. Юлсылар эшләгән урында ҙур соҡор ҡалған. Изгенең рухын хөрмәтләп йәшәүсе Тәкәй халҡы үтенесе менән ул Иглин урмансылары ярҙамында тигеҙләнде.

Урман таҙартылды, ҡороған ағастар ауҙарылды. Ҡәберлек эргәһенә 250 төп ҡарағай һәм шул тиклем үк миләш ағасы үҫентеһе ултыртылды.

Киләһе йыл М5 трассаһынан әүлиә ҡәберлегенә алып барған юлға асфальт түшәү һәм тауға менер өсөн баҫҡыс һалыу ниәте менән йәшәй урындағылар.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку