Йәшәртә торған кремдар өсөн 100 мең һумғаса түләү 10.02.2016

Баш ҡалала мутлашыусылар тоҙағына эләккән бер нисә ҡатын беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Саҡырыу буйынса матурлыҡ һәм сәләмәтлек үҙәгенә килгән ханымдар бушлай процедура үтә. Артабан барыһы ла томандағы кеүек - елкәлә кредит һәм бер сумаҙан косметика.

Ирина йөҙөн күрһәтергә теләмәй. Ояты ни тора, декабрь аҙағында ул үҙенә Яңы йыл бүләге эшләй. Баш ҡалала урынлашҡан матурлыҡ һәм сәләмәтлек үҙәктәренең береһендә кредитҡа косметика һатып ала. Ҡатын кире уйлап был тауарҙы иртәгәһенә үк салонға кире ҡайтарырға тырыша, әммә уның менән, хатта, һөйләшергә лә теләмәйҙәр. Ә бит башта ханымды ихласлап бушлай процедура үтергә саҡыралар, иң мөһим талап - үҙең менән паспорт булыуы.
Ирина, зыян күреүсе: «Матурлыҡ үҙәгенә шылтыратып әллә күпме саҡырғастары, бер көн эштән һуң  инеп сығырға ризалаштым. Арығайным, етмәһә, салондағы хеҙмәткәрҙәр оҫта психологик баҫым яһай белә. Һеҙҙең йәштәге ҡатын һәр ваҡыт матур күренергә тейеш тип өгөтләнеләр, мин ышандым. Ярай, ҡалғандарға һабаҡ булыр».
Ирина үҙенең ҡулланыусылар хоҡуғын нисек кенә яҡларға тырышмаһын, барыһы ла бушҡа ғына. Беҙ ҙә әлеге матурлыҡ үҙәгендә хаҡтарҙы белешергә булдыҡ. Йәнәһе лә, бүләк алырға теләйбеҙ. Шунда уҡ хеҙмәткәр сертификат алыу яҡшыраҡ булыр тип һүҙ башланы, уны хатта, кредитҡа рәссмиләшерергә мөмкин.
Маңлайҙағы һырҙарҙан өс крем яҡынса егерме мең һумға төшә тип белдерҙеләр. Ләкин беҙ был тәҡдимдән баш тарттыҡ. Әйткәндәй, үҙәктә урта һәм оло йәштәге ҡатындар байтаҡ ине. Улар ҙа йәшәрергә теләй, күрәһең. Хаҡлы ялдағы Наилә Закирова ла бер йыл элек йәшәртеүсе косметика һатып ала. Тик ул башҡа фирма – «Дешели» хеҙмәткәрҙәренән алдана. 2Бушлай процедура үткәндән һуң, ҡәһүә эстем, ҡалғанын бигүк хәтерләмәйем»,- ти ханым.
Юристар фекеренсә, килешеүгә ҡул ҡуйылған икән, бар яуаплылыҡ ҡулланыусы өҫтөнә ята. Ниндәйҙер гипноз, йә булмаһа психологик көсөргәнеш аҫтында кредит алдым тигән һүҙҙәрҙе иҫбатлау  ауырға төшәсәк.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары ла мутлашыуҙар менән шөғөлләнеүсе матурлыҡ үҙәктәренең эшмәкәрлегенә ҡаршы саралар күрә башланы, әлегә прокуратураға мөрәжәғәт әҙерләнә. Ни тиһәң дә, республикала ғына тиҫтәләрсә кеше кредитҡа бер сумаҙан косметика алып, хәҙер түләй алмай, коллекторҙарҙан да зыян күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика