Йәшәү көсө бирә иман нуры...

Йәшәү көсө бирә иман нуры... 11.08.2015

Шишмә районының Ҡалмаш ауылында мәсет асылды. Ваҡиғаны ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көткән, сөнки иман йортон төҙөүгә уларҙың һәр береһе көс һала.

Имам хәҙрәт ауыл халҡына вәғәз уҡый. Һәр кемде иманлы булырға саҡыра.  Ағинәйҙәр, йәштәр уның һәр һүҙен иғтибар менән тыңлай.
Мәсет һалыуҙа ҡатнашыусы ауылдаштарға ла һүҙ бирелде. Аҡһаҡалдар әйтеүенсә, борон Ҡалмаш ауылында дүрт мәсет булған. Ләкин 60-сы йылдарға уларҙың һуңғыһы ла юҡҡа сығарыла.  2013-се йылда ғына яңы иман йортона нигеҙ һалына. Ниһайәт, ярты быуат ваҡыт үткәс Ҡалмаш ауыл урамдарында аҙан тауышы яңғырай.
Ҡалмаш ауылында 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе намаҙ уҡый, ислам ҡанундарын өйрәнә. Мәсеттә шулай уҡ ғәрәп теле дәрестәре лә ойошторола.
Тантананан баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да ситтә ҡалманы. Ул   үҙәк диниә назараты  әләменең тарихы, ундағы яҙыуҙар һәм төҫтәр тураһында һөйләне.
Ҡалмаш ағинәйҙәре билдәләүенсә, ауыл мәсете йәштәрҙе тәрбиәләү үҙәге, иман усағы...
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку