Йәш гвардиясылар баш ҡала урамдарына плакаттар менән сыҡты

Йәш гвардиясылар баш ҡала урамдарына плакаттар менән сыҡты 21.04.2015

Бөгөн Черниковка биҫтәһенән алып Цюрупа  урамдарына тиклем иң йәнле һәм халыҡ күп йөрөгән туҡталыштарҙа автоһәүәҫкәрҙәргә төбәлгән транспоранттар тотҡан егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы осратырға мөмкин ине.

Ҡырҡтан ашыу туҡталышта «Водитель, һин Шумахер түгел, тиҙлекте арттырма!» , «Автобус эсендә тартма, башҡаларҙы ла уйла!» тигән  плакаттарҙы күрергә мөмкин. Йәштәр акцияһына Өфө халҡы ла  теләктәшлек белдерә. Бер кемгә лә сер түгел, ҡала юлдарында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе тиҙлекте арттырып, кемуҙарҙан уҙышыуға бәйле. Халыҡ тыплап тултырылған «Газелдәрҙә» йөрөүгә күнегеп бара кеүек. Әммә туҡталышҡа етмәй пассажирҙарҙы төшөрөү, үҙ һыҙатыңда туҡтамау кеүек мәлдәр аҙым һайын күҙәтелә.
Йәмәғәт транспорты менән ҡулланыусы халыҡтың хәүефһеҙлеген һәм уңайлығын ҡайғыртыусы водителдәрҙең күбеһе  бөгөн плакаттар тотоп туҡталыштарға сығыусы йәштәргә ыңғай ҡарашта. Уларҙың ҡайһы берҙәре  мәрхәмәтлеккә һәм тәртипкә  саҡырыусы яҙыуҙарҙы күреп  телефон аша һөйләшеүен туҡтата. Ихласлап, һеҙ дөрөҫ йүнәлештә эшләйһегеҙ,тип ҡул менән ымлаусылар ҙа бар. Руль артындағыларҙың был акцияға ыңғай ҡарауы йәштәргә ышаныс өҫтәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку