"Йәш Гвардиясы"лар - Борайҙа 28.07.2015

Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләгән эштәрҙе тормошҡа ашырыусыларға район үҙәгендә йәшәүселәр  ғариза менән үҙҙәре  мөрәжәғәт итә. Аҙна эсендә уларҙың йәйәүлеләр өсөн күпер кәрәклеге хаҡында мөрөжәғәте тикшерелеп, был төбәккә Өфөнән төҙөүселәр бригадаһы ебәрелә.

Ҡыҙым ал итектәреңде,күпер аша үткәндә тайып йығыла күрмә.

Ҡаршы яҡҡа күпер аша әхирәтенә ҡунаҡҡа барыусы Нурияны әсәһе һәр ваҡыт һаҡ йөрөүен үтенеп оҙата. Райондың ике өлөшөн тоташтырыусы был күпер иҙәндәре туҙып күптән авария хәлендә. Яңыһы төҙөлөү олоһо-кесеһе өсөн оло ҡыуаныс.

Йәйәүләләр өсөн был күпер 15 меңдән ашыу кешенең тормошон еңеләйтәсәк. Улар араһында өлкәндәр, мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһына йөрөүсе бәләкәстәр. Быға тиклем бала-саға  иҙәне туҙып  бөткән күпер  аша йөрәгән. Уның ни тиклем хәүефле икәнен өлкәндәр үҙҙәре генә аңлай.

Төҙөүселәр өсөн ямғырҙар тымып торған мәлдең һәр минуты  ҡәҙерле. Төҙөлөш майҙанында эш ҡайнай. Иретеп-йәбештереүселәр, эксковаторсылар, ҡом ташыусылар был объекттың халыҡҡа кәрәклеген аңлап, ҡуйылған эштәрен еренә еткереп башҡара.

"Йәш гвардия"ның изге эштәре маҡтауға лайыҡ. Берҙәм Рәсәй партияһының йәштәр ойошмаһы төбәк проблемаларын ентекле өйрәнеп, уларҙы хәл итеү юлдарын тормошҡа ашыра.

Борай районы үҙәгендәге әлеге күпер ошо төбәктән сыҡҡан эшҡыуарҙар аҡсаһына төҙөлә. Халыҡ өсөн изге эштәрҙе тормошҡа ашырыусылар был ниәттәрҙе ихлас тормошҡа ашыра. Ваҡыт һәм киткән сығымдар менән  иҫәпләшмәй.

Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика