Йәш быуынға әйтер һүҙ...

Йәш быуынға әйтер һүҙ... 05.09.2015

Ғафури районының хеҙмәт ветерандары Тимербикә Шәрипова һәм Почет билдәһе ордены кавалеры Аҙнабай Йәноҙаҡовтарҙың иҫтәлектәренән йыйылған ҡулъяҙмалары донъя күрҙе.

Тимербикә Шәрипова Ғафури районы Ерек ауылында 1930 йылдың 5 ғинуарында Сабир һәм Һәҙиә Дәүләткилдиндәрҙең ғаиләһендә һуңғы бала булып донъяға килә. Атаһы хәлле кеше була. Колхоздарға яҙылыу дәүерендә Сабир Ғайса улына  ялҡау ғына йәшәгән кешегә атын биреп тормағаны өсөн яла яғыла, шәхси милексе, кулак, халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, ун йылға иркенән мәхрүм ителә. «Тормошом һабаҡтары» китабында ағинәй биографияһының тетрәндергес һәм аяныслы биттәре лә сығылыш тапҡан.
Тимербикә Шәрипова, «Тормошом  һабаҡтары» китабы авторы, Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылы ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы: «Шахтала иң ауыр ерҙә эшләгән. Унда ла ла атайым тырышлыҡ күрһәткән. Яҡшы эшләгәне өсөн ете йылда ҡайтып төштө».  
Беренсе синыфта тамамлағанда атаһы ҡайта. Уларҙың тормошона ҡот, йәм өҫтәлә. Бала ваҡытынан эш һөйәрлек рухында тәрбиәләнгән Тимербикә Сабир ҡыҙы 85 йәшендә лә теремек һәм яҡшы хәтерле. Олоғайған көнөндә  әҙәби ижад менән шөғөлләнә, баҡсаһынан да мул уңыш алып өлгөрә.
Ул - «Почет Билдәһе» ордены кавалеры, утыҙ йылдан ашыу ауыл хужалығында егелеп эшләүсе уҙаман.17 йылдан ашыу Ғафури районы Сәйетбаба ауылында колхоз рәйесе йөгөн тартҡан  Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡовтың халыҡҡа, бигерәк тә йәштәргә нәҙер итеп әйтер һүҙе бар, уртаҡлашыр тәжрибәһе ҙур. «Йылдар һәм юлдар» китабы уйландырғыс, тетрәндергес ваҡиғаларға бай. Унда бер кешенең эшмәкәрлеге аша, тотош дәүерҙең һулышы һүрәтләнә.
Аҙнабай Йәноҙаҡов, «Почет билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ауыл хужалығы ветераны: «Оло йәштәге ветерандарға әйтер һүҙем шул: беҙ үҙебеҙ лайыҡлы итеп йәшәнек, эшләнек, ял да иттек. Ошо фекерҙәрҙе йәштәргә еткерергә тейешбеҙ. Улар шул өлөгөлө  миҫалда тәрбиәләнергә тейеш».
«Йылдар һәм юлдар» китабын яҙыусы Аҙнабай Йәноҙаҡов бай һәм мауыҡтырғыс тормош юлы үткән. Рәйсә һәм Аҙнабай  Йәноҙаҡовтар бар көсөн балаларына яҡшы тәрбиә һәм төплө белем биреү өсөн сарыф иткән. Ял көндәрендә  бөтә балалары ата-әсәй янында. Бер кем дә  сит ил, ҡаф тауҙары тип талпынмай. Йәноҙаҡовтар ғаиләһендә быуындар бәйләнеше көслө. Татыу, берҙәм нәҫелдән билдәле табибтар, сәнғәт әһелдәре сыҡҡан. Атай-әсәй тип йән атып тороусы балалары  хеҙмәт тәрбиәһе үткән. Улар бөтәһе лә ата-әсәһенең ҡаһарманлығы һәм ижады менән рухланып йәшәй.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку