Йәш ғаилә яҡты донъя менән уны күреп тә өлгөрмәй хушлашҡан балаһы өсөн яуап биреүҙәрен талап итә

Йәш ғаилә яҡты донъя менән уны күреп тә өлгөрмәй хушлашҡан балаһы өсөн яуап биреүҙәрен талап итә 16.10.2014

Сабыйҙың  ғүмере тапҡан ваҡытта,  тәүге һулышын да алып өлгәрмәй, өҙөлә. Уның ата-әсәһе фекеренсә, үлемгә уны табиптарҙың хатаһы дусар иткән. Кесарь киҫеме ҡулланғанда баланың ғүмерен һаҡлап ҡалып булыр ине, ти улар. Медицина хеҙмәткәрҙәре ғәйепләүҙе инҡар итә.

Ольга һәм Ринат саф һауала икәүһе генә йөрөй. Ә бит был ваҡытта уларҙың янында Раян да булырға тейеш ине. Йәш ғаилә тыуасаҡ балаларына исем дә уйлап өлгөргән. Ләкин уға яҡты донъяла йәшәргә яҙмаған. Сабыйҙың тыуым ваҡытында кендегенә быуылып ғүмере өҙөлә. Әсә фекеренсә, был осраҡта табиптар ғына ғәйепле. Ваҡытында әмәле күрелеп, кесарь киҫеме ярҙамында алынһа, балам, бәлки, йәшәр ҙә ине, ти йәш әсә.

Йәмәғәтселеккә йәштәр йөҙҙәрен күрһәтергә әҙер түгел. Кочетовтар ошо көндәрҙә генә балаһын ерләгән. Ә бит барыһы ла яҡшы булыр тип көтөлгән. Ольга әйтеүенсә, йөклө ваҡытта бер ниндәй ҡыйынлыҡтар булмаған. Тапҡанда ла баланың йөрәге тибә ине, ти ул.

Атай булыу бәхетенән яҙған Ринат та бындай бәләне көтмәгән. Ваҡиғанан бер нисә минут алдан ғына ҡатыны шылтыратып, барыһы ла яҡшы булыуын һөйләгән. Хәҙер ул ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыуҙарын һорап хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙған.

Бала табырға ярҙам итеүсе табип рәсми аңлатма биреүҙән нишләптер баш тартты. Шулай ҙа уның бер ниндәй ғәйебе юҡ, ти акушер ҡатындың хеҙмәттәше, билдәле табип Владимир Иваха. Табип хатаһына япһарыу ҙа урынһыҙ. Белгес әйтеүенсә, акушерҙың 40 йыллыҡ тәжрибәһе бар һәм баланы ҡотҡарыу мөмкинлеге булһа, уны файҙаланмай ҡалмаҫ ине.

Табип әйтеүенсә, был ни бары бәхетһеҙ осраҡ. Кесарь киҫеүен ҡулланыу ҙа талап ителмәгән. Беҙ бит тылсым эйәләре түгел, заманса медицинаның да ҡайһы саҡта көсһөҙ булған осраҡтары бар, ти Владимир Иваха. Ә инде был хәлдең табип хатаһы, йәки бәхетһеҙ осраҡ булыуын эксперттар билдәләйәсәк. Өс аҙнанан тикшереү һөҙөмтәләре әҙер буласаҡ.

А.Кәбиров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика