«Йәш ғаилә-2014» 20.10.2014

«Йәш ғаилә-2014» республика конкурсының ҡала этабының финалында Киров районынан Юриндар ғаиләһе еңеүсе һәм Гран-при яулаусы тип танылды.
Улар бүләккә еңел автомобиль отто. Әле бәйгегә әҙерлек төбәктәрҙә лә бара. Финалға үтеүселәр ноябрҙә Ишембайҙа йыйыласаҡ.

Фәһим Ғайса улы Солтанға ноталар  өйрәтә. Әле улар малайҙың яратҡан йәнһүрәтендәге йырҙы башҡарып ҡарай. Музыкаль ғаиләлә үҫкән бала бәйгелә  үҙен һынатмаҫҡа тейеш. Тиҙҙән Тоҡомбәтовтар республика кимәлендә уҙғарылған  «Йәш ғаилә» конкурсында ҡатнашасаҡ. Иглин районында беренсе турҙы улар уңышлы үткән.    
Гөлдәр һәм Фәһим Тоҡомбәтовтар ғаиләһе 2008 йылда барлыҡҡа килә. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт  академияһын тамамлаған Ейәнсура егете Иглин мәҙәниәт йортона эшкә саҡырыу ала. Шул ваҡыттан Фәһим Ғайса улы районда уҙғарылған мәҙәни саралар үҙәгендә ҡайнай. Уның оҫта итеп баянда уйнауы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуын Иглин тамашасыһы һәр ваҡыт алҡыштар менән оҙата.
Фәһим Ғайса улына быйыл  тағы ла бер яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Ул Иглиндәге 4-се мәктәптә музыка уҡыта. Йәш педагог белем усағында  башҡорт һәм рус телдәрендә хор, вокал, инструменталь ансамблдәр ойоштороу маҡсаты менән дәртләнеп эш башлаған.
Тормош иптәше Гөлдәр ҙә  ошо уҡ мәктәптә эшләй. Сәнғәтте ғаилә елкәне итеп алған Тоҡомбәтовтар республика, Халыҡ-ара  кимәлдәге  бәйгеләрҙә  йыш ҡатнаша. Был ғаилә тамашасыларға  Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған тапшырыуҙар аша ла таныш. Фәһим - «Башҡорт йыры» телевизион конкурсында,  Гөлдәр «Байыҡ»та үҙен һынап ҡараған.
Тоҡомбәтовтарға  район хакимиәте йорт төҙөү өсөн ер ҙә бүлеп биргән. «Йәш ғаилә» конкурсы  республикала  1998 йылда раҫланғайны. Ярыш шарттары буйынса,   унда ир менән ҡатындың йәше 35-тән ашмаған, 5-тән  10 йәшкә тиклемге балалары булған  ғаиләләр ҡатнаша ала.  Ошо йылдар эсендә күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, матур тормош көткән бик күп тырыш, уңған ғаиләләр  менән таныштырҙы бәйге. Быйыл республиканың иң яҡшы йәш ғаиләһе ноябрҙә билдәләнә. Конкурс финалистарын Ишембай ҡабул итә.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика