Йәрмәкәй районында йәш экологтар һәм урмансыларҙың республика слеты үтте 07.07.2014

22-се тапҡыр уҙғарылған сараға Башҡортостандың 20-нән ашыу район-ҡалаһынан 100-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Улар 25 командаға бүленеп көс һынашты. Конкурс шарттарына ярашлы, уҡыусылар тәбиғи объекттарҙа гидробиология, ботаника, зоология, тупраҡты өйрәнеү һәм урмансылыҡ өлкәләре буйынса экологик тикшереүҙәр уҙғарҙы, яҙма эштәр эшләне.

Слет һөҙөмтәләре буйынса, Шаран һәм Краснокама райондары командалары еңеп сығып, уларға 30 мең һумлыҡ гранттар тапшырылды. Үҫмерҙәргә шулай уҡ район үҙәгенә, тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторолдо. Слет делегаттары шулай уҡ тап ошо көндә район үҙәгенә Тула ҡалаһынан килтерелгән ике пушкаға ла тамаша итте. Хәрби арсеналдар Йәрмәкәй районы үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап асыласаҡ мемориалды биҙәйәсәк.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 
Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку

Яндекс.Метрика