Йәрмәкәй районы Яңы Сүлле ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте  04.06.2015

Яңы Сүлленең 210 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған осрашыуға Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар йыйылды. Улар мәҙәниәт һарайында «Әхирәттәр» фольклор ансамбле, үҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән бай концерт программаһына тамаша ҡылды.  

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан  яугирҙарҙы иҫкә алды. Ауылдың тарихы бай. Сараны ойоштороусылар Яңы Сүллеләргә был хаҡта ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Әлегә ауылда ике ҙур урам бар, 150 ихатала 300-гә яҡын кеше йәшәй. Бер йорт та буш түгел. Барыһы ла шәхси хужалыҡ алып бара, күптәр умартасылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, байрамда йүнселдәрҙең ярҙамы менән часовня ла асылды. Уның төҙөлөшөнә 300 мең һумға яҡын аҡса киткән. Часовня урынында үткән быуатта Михаил Архангелдың сиркәүе булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика