Йөрәктәрҙә балаларға һөйөү, күкрәктәрҙә миҙалдар балҡый

Йөрәктәрҙә балаларға һөйөү, күкрәктәрҙә  миҙалдар балҡый 29.10.2015

Ишле бала тәрбиәләгән  алты тиҫтәгә яҡын гүзәл зат  бөгөн «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Гүзәл заттарға юғары дәүләт наградаһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов  тапшырҙы.

Роза Гулай бәләкәй саҡтан үҙ йортонда йәшәү, ҙур-татыу ғаилә хаҡында хыяллана. Әммә  был ниәт тормошҡа ашҡансы күп һынауҙар аша үтергә тура килә. Етем ҡыҙ тәүҙә балалар йортонда тәрбиәләнә, унан һуң бөтөнләй урамда тороп ҡала. Роза Гулай кейәүгә сығып әсә булғас та кеше фатирында көн итә, уларға хатта сиркәүҙең приютында йәшәргә лә тура килә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистарының ярҙамы менән генә йәш ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә.  Хәҙер 5 бала тәрбиәләгән Роза Гулай үҙ йортонда йәшәй. Бөгөн йәш әсә бүләкләнеүселәр араһында.
Исемлектә республиканың төрлө төбәктәренән 6 тиҫтәгә яҡын исем-шәриф. Улар араһында хатта 30 йәше тулмағандары ла бар, шулай уҡ өләсәй булырға өлгөрөүселәр ҙә юҡ түгел.  Күп бала табырға йөрьәт итеүегеҙ батырлыҡҡа тиң. Республика  ишле бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе  үҙ ярҙамынан ташламаясаҡ, тине гүзәл заттарҙы тәбрикләп Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-мминистры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Йылдан-йыл бүләкләнеүселәр араһында  эшләп йөрөүсе гүзәл заттар күберәк осрай. Заман ҡатын-ҡыҙҙары ишле бала тәрбиәләргә лә, эшләп йөрөргә лә өлгөрә. Мәҫәлән, Ғафури районынан 9 бала әсәһе Гөлдәр Кәлимуллина  мәктәптә  талапсан уҡытыусы, өйҙә наҙлы әсәй.
Гүзәл заттар күп бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай тигән фекерҙә. Ишле ғаиләләр дуҫ, татыу була, икенсенән улар бәләкәй саҡтан эшкә өйрәнеп үҫә.
Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 17 йыл элек тапшырыла башлай. Ошо осорҙа мәртәбәле наградаға  7 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку