Йәннәт ҡапҡалары асылған, бөтә мосолман донъяһы  көтөп алған Рамаҙан айы килеп етте 17.06.2015

Бөгөн ҡояш байыуға  Мосолмандар ихласлыҡ, сабырлыҡ, күркәм ғәмәлдәр айы Рамаҙанға инде. Иртәгә Ураҙаның тәүге көнө. Изге ай менән Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты  рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Сафа Тажетдин хәҙрәттәре тәбрикәләй.

Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй: «Ошо оҙон көндәрҙә ун туғыҙ сәғәт ярым буйына тотҡан Ураҙаларыбыҙҙы Аллаһы тәғәлә ҡабул итһен, ҙур тырышлыҡ кәрәк уға, ҙур батырлыҡ та. Аллаһы тәғәлә гонаһтарҙы ғәфү итергә, иҫәнлек артыуына сәбәп ҡыла. Ураҙа айы Аллаһының рәхмәте төшкән ай. Тәүбәгә килә торған ай. Ашамай-эсмәй йөрөп көн буйына, гонаһтарыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ, тәүбә ҡылғандан һуң  гонаһтарың йыуылып төшә торған ваҡыт. Ураҙалар мөбәрәк булһын!»
Был айҙы: «Асығып, һыуға сарсап йөрөйәсәкбеҙ» тип ҡайғырып ҡаршыларға түгел, Аллаһтың ризалығына ирешә торған, бәрәкәт яуған бәхетле ай», тип шатланып ҡаршы алыу мөһим. Һүгенеү, тәмәке тартыу,хәмер эсеүҙе туҡтатыу, бер-беребеҙгә яҡшылыҡтарыбыҙҙы арттырыу матур күренеш.
Мәфрүзә Абдуллина, Ҡаҙаяҡ ауылында йәшәүсе: «Йылына бер тотҡан ураҙа үҙеңде пакларға,үҙеңдең гонаһтарыңды ҡойорға , Аллаһы тәғәләнең ризалығын алырға тигән уй менән ураҙа тотола».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика