Йәнлектәр донъяһына сәйәхәт 18.01.2016

Өфө районының Йоматау ауылында биология фәндәре кандидаты Виктор Валуев   йортонда музей асҡан. Бында  донъяла һирәк осраған ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе күрергә мөмкин. Оҫта уларҙың ҡарасҡыларын үҙе эшләгән.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда  был ҡоштар йыш осрай. Уларҙың бер төрө Рәсәйҙең төньяғынан, икенсеһе киреһенсә, көньяғынан 80-се йылдар аҙағында осоп килгән. Баҡтиһәң, улар самолеттар өсөн хәүефле. Әгәр ҙә лайнерҙар  һауала был ҡоштарҙың тубына бәрелһә, бәрелеш пушканан атыу менән бер буласаҡ.
Виктор Валуев, биология фәндәре кандидаты: «Улар  тарҡалып оса. Әгәр юлдарына самолет килеп сыҡһа, авария булыуы ихтимал. Беҙҙә бер фото бар. Ҡош менән бәрелешкән вертолет һәләкәткә осраған. Күңелһеҙ мәшәҡәттәрҙе булдырмау өсөн самолет күл, баҫыуҙар өҫтөнән осорға тейеш».
Зоология белгесе музейҙағы һәр йәнлек, ҡош тураһында кинәнеп һөйләй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар. Күптәрен Виктор Валуевтың яҡындары, дуҫтары алып килгән. Эксклюзив ҡоштар ҙа бар. Мәҫәлән, урта крошнеп  Башҡортостанда өс бөртөк кенә ҡалған. Ә ошо бәләкәй генә сысҡандарҙың республикала булыуын ғалимдар 80-се йылда ғына асыҡлаған. Бынан тыш, Виктор  Валуев үҙенсәлекле асыш эшләгән. Ошо бөркөттәр төркөмөнә ҡараған таҙғараларҙы халыҡ араһында урыҫтарҙың могильник тип йөрөткәнен ғалим яңыраҡ ҡына аңлай. Баҡтиһәң, был ҡоштар бер-береһен ерләп, күмеп ҡуя.
Виктор Валуев, биология фәндәре кандидаты: «Элегерәк йортомда бер нисә таҙғар йәшәне. Уларҙың берәүһе әллә ҡайҙа юҡ булды. Тәүҙә урлағандарҙыр тип уйланым. Ике аҙна үтеп, ҡар ирегәс йортта ҡош ҡанаттарын күреп ҡалдым. Тартып сығарһам, юғалған таҙғар килеп сыҡты. Үлгәс ҡоштар уны күмеп ҡуйған икән. Етмәһә, ерҙе тапап, тигеҙләп тороп ҡуйғандар».
Виктор Валуевтың өйө лә музейҙы хәтерләтә. Бүлмәләрҙә төлкө, төрлө ҡоштар, хатта, айыу менән бүре ҡарасҡыһы ла бар. Был ҡоштарҙың ҡанаттар тупланмаһы тотош Рәсәйҙә берәү генә. Ишек алдында ла ике  ыласын йәшәй. Ҡыҙғанысҡа, ҡанаттары йәрәхәтләнгәнгә улар  бер ваҡытта ла оса алмаясаҡ. Шуға ла ул тиҫтәгә яҡын йыл инде ошонда көн итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика