Йәнле тамаша бәләгә әйләнмәһен

Йәнле тамаша бәләгә әйләнмәһен 19.12.2014

Бөгөн  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы менән Өфөнөң  Янғынға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре яңы йыл алдынан рейдҡа сыҡты. Был юлы улар пиротехника әйберҙәре менән сауҙа итеүсе нөктәләр буйлап үтте.

Был видеояҙмалағы тәү ҡарашҡа матур, ләкин хәүефле тамаша  Чита ҡалаһында теркәлгән. Тирә-яҡҡа осҡан ут ялҡындары пиротехника һаҡланған келәттән сыҡҡан.  
Әлбиттә, шартлауға пиротехниканы дөрөҫ һаҡламау сәбәпсе. Яңы йыл алдынан пиротехника менән сауҙа итеүсе кибеттәрҙә тикшереү эштәре үткәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тупаҫ ҡағиҙә боҙоуҙарға һәр сауҙа нөктәһе һайын тиерлек юлыға. Кибет хужаларына административ штраф яҙыла. Был аңлашыла. Тиҙ тоҡаныусан продукция кемдеңдер бәхетһеҙлегенә әйләнергә тейеш түгел.
Ленара Ҡорбанғәлиева, Өфө ҡалаһының янғындан һаҡланыу идаралығы инженеры: «Йыл да беҙ Яңы йыл алдынан төрлө ойошма вәкилдәре менән профилактик рейдтарға сығабыҙ. Әлбиттә, бындай сараларҙы мотлаҡ үткәреү кәрәк. Һөҙөмтәһе лә юҡ түгел. Етешһеҙлектәр табылған осраҡта протокол төҙөлә. Ҙур ғына күләмдә штраф һалына».
Пиротехника менән сауҙа итеүсе магазиндар шулай уҡ янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы. Кәм тигәндә, ике янғын һүндереү ҡоролмаһы, фейерверк менән сауҙа итеү буйынса лицензия, шартлатҡыстарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре күрһәтелгән аңлатма булырға тейеш. Әгәр инде тауар һорау тыуҙырған осраҡта һәр кем һатыусыға мөрәжәғәт итә ала. Улар продукция хаҡында тулы мәғлүмәт бирергә бурыслы. Йыш ҡына халыҡ үҙе лә һаҡһыҙ эш итә. Һөҙөмтәлә төрлө хәүефһеҙлек сараларына юл ҡуя. Был шулай уҡ интернет селтәрендә урын алған яҙмаларҙа асыҡ күренә.
Пиротехниканы ҡулланыу байрам кәйефен боҙмаһын өсөн ҡуйылған талаптарҙы мотлаҡ теүәл үтәргә кәрәк. Тәү сиратта уларҙы бары тик махсус лицензияһы булған магазиндарҙан ғына һатып алырға кәңәш итә белгестәр. Ни тиһәң дә, бер нисә секундлыҡ тамаша өсөн һәр кемебеҙ яуаплы. Ҡыҫҡаһы, уйындан уймаҡ сыҡмаһын ине.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку