Йәмәғәтселек Тимер Йосоповты һуңғы юлға оҙатты

Йәмәғәтселек Тимер Йосоповты һуңғы юлға оҙатты 18.03.2016

Бөгөн республика йәмәғәтселеге  Башҡортостандың халыҡ шағиры,  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Тимер Йосоповты һуңғы юлға оҙатты

Мәрхүм менән хушлашыу  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Әҙип оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң, 78-се йәшендә арабыҙҙан китте.  
Тимербай  Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Дыуан районының Түбәнге Әпсәләм ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, Ҡыйғы районы гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап,  Бөрйән районында  уҡыта. Оҙаҡ йылдар  «Башҡортостан пионеры» гәзитендә эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡас, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Тимер Йосопов - 15-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ авторы. «Беште ер еләккәйҙәре» китабы өсөн ул 1998 йылда республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Әҙип  ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем туҡтауһыҙ ижад итте. Һоҡланғыс кеше, халыҡ шағиры Тимер Йосопов хаҡында яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика