Йәмәғәт транспорты ҡәтғи күҙәтеү аҫтында, йәғни пассажирҙар өсөн булдырылған өҫтәмә уңайлыҡтар 28.01.2016

Республикала индерелгән мәғлүмәт навигация системаһы халыҡҡа заманса мөмкинлектәр аса. Интернет ярҙамында хәҙер автобустарҙың ниндәй маршрут буйынса хәрәкәте итеүен ҡарарға була.

Онлайн-картала Өфөләге йәмәғәт транспортынан тыш,  башҡа ҡала-райондарҙы хеҙмәтләндереүсе «Башавтотранс» автобустарын күрергә мөмкин. Предприятиеның  барлыҡ техникаһы ла  ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. Проект өҫтөндә төбәктең «Транспорт навигация үҙәге» белгестәре эшләй. Һөҙөмтә уңышлы. Хәҙер теләгән һәр кем ҡулында кеҫә телефоны, йә компьютер булғанда интернетҡа инеп, махсус ҡушымта менән ҡуллана ала. Бында бөтә мәғлүмәт асыҡ: автобустарҙың ҡайһы маршрут буйынса хәрәкәт итеүен күҙәтеп була.
Андрей Быковский, Транспорт-навигация үҙәге генераль директоры: «Мәҫәлән, 69-сы маршрут халыҡ араһында бик популяр.  Беҙ уны махсус ҡушымтала һайлайбыҙ ҙа «эҙләү»гә баҫабыҙ. Күреүегеҙсә, 45 транспорт сараһы табылды. Улар онлайн-режимда күренә. Картаны яҡынайтып  һәр ҡайһыһының ниндәй урам буйлап йөрөүен ҡарай алабыҙ».
Ҡушымта яңы ғына файҙаланыуға тапшырылыуға ҡарамаҫтан, бөгөн йөҙҙәрсә кешене ҡыҙыҡһындырып өлгөргән. Яҡын арала ҡулланыусылар һаны артып, илле меңгә етер тип көтөлә. Әйткәндәй, автобустың ҡайҙа хәрәкәт итеүе хаҡында мәғлүмәт яҡынса ун секундҡа ғына һуңлап килә. Был ваҡыт арауығы ҙур түгел.
Айнур Шәйбәков та «Асыҡ йәмәғәт транспорты» ҡушымтаһы менән ҡулланып ҡарап, программаның уңайлы булыуына инанған. Бында теләгән маршрутты төҙөргә була, мәҫәлән, өйгә тиклем.
Шуныһы ҡыуаныслы, программаны эшләүселәр пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар булдырыу яҡлы. «Системаны тағы ла камиллаштырырға кәрәк!»,- тигән ҡарашта улар.
Интернетҡа сығыу мөмикинлеге барҙа махсус ҡушымта аша кәрәкле маршрут буйынса хәрәкәт иткән автобустың ҡасан килеп етеүен билдәләргә була. Ваҡытты самалағанда, туҡталышта өшөп-туңып тормаҫ өсөн яҡындағы магазин, йә дарыуханаға инергә мөмкин. Беҙгә оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Транспорт ваҡытында килеп етте.
Быға тиклем дә республиканың ҡайһы бер ҡалаларында «маршруткалар»ҙы күҙәтеү мөмкинлеге бар ине. Өфөнөң Автоэшҡыуарҙар берлеге тәҡдим иткән ҡушымтаға, сайтҡа ярты йыл эсендә меңдәрсә кеше мөрәжәғәт иткән.
Был ҡушымталар «маршрутка»  водителдәре араһындағы автоуҙыштарҙы ла бер ни тиклем кәметер тип көтөлә. Ни тиһәң дә, хәҙер автобус, йә «Газель»дең һәр туҡталышы онлайн-картала күренә, диспетчерҙар күҙәтеүе аҫтында эшләү бер яҡтан уңайлы ла. Техника емерек хәлгә етһә, мәҫәлән... Эштән генә төшкө ашҡа ваҡытынан алда ҡасып булмаҫ, руль артындағылар премияһыҙ ҡалыуы ихтимал.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика