Йөҙөм тәлгәшенән һут тама

Йөҙөм тәлгәшенән һут тама 23.08.2014

Кушнаренко районының емеш-еләк культуралары буйынса селекция үҙәгендә йөҙөм йыйыуҙың ҡыҙған мәле. Баҡтиһәң,  емеште республикала ла мул итеп үҫтерергә мөмкин. Был йәһәттән Кушнаренко районында йәшәүселәр виноград үҫтереү нескәлектәрен яҡшы белә. Райондың бренды һаналған емеште ҙурлап, төбәк халҡы «Йөҙөм ҡыуаҡлығы» исемле конкурс ойошторҙо.

Кушнаренко районы селекция үҙәгендә әле йөҙөм йыйыу осоро. Урындағы хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бында һәр ҡыуаҡтан 15 килограмға тиклем емеш алырға була. Үҙәктә әле уның 50-ләп төрө үҫтерелә, уларҙың бишәүһе - Башҡортостандыҡы. Был сорттар хәҙер тотош илдә үрсетелә.
Бөрйәндә - бал, Иглиндә - һуған, Әбйәлилдә - буҙа, Бөрөлә - алма, ә Кушнаренкола? Ә Кушнаренкола виноград! Республикала виноград үҫтереүсе, уның үҫемлектәрен һәм емештәре менән сауҙа итеүсе берҙән-бер селекция үҙәге Кушнаренко ауылының тау битләүендә урынлашҡан. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында үҙенсәлекле үҫемлек төбәктә уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан алып үҫтерелә.
Төньяҡта үҫтерелгән башҡорт йөҙөмдәре илдең төрлө төбәктәрендә юғары баһалана. Бигерәк тә урындағы баҡсасылар емеште теләп һатып ала. Әйткәндәй, быйыл йәй емеш-еләк сәскә атҡан ваҡытта ямғыр күп яуыуы арҡаһында виноград  һеркәләнеп өлгөрмәй ҡала. Шуға күрә быйыл йөҙөм әллә ни эре түгел. Ә инде ҡыуаҡлыҡтарҙың дөрөҫ ҡышлатыуы уның ныҡлығына булышлыҡ иткән, ти селекция үҙәге белгестәре.
«Йөҙөм ҡыуаҡлығы» конкурсы Кушнаренко районы үҙәгендә быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылды. Төбәктең бар ауыл биләмәләре сараға ентекле әҙерләгән. Һәр кем байрамдың төп емешен үҙенсә биҙәргә тырышҡан. Кемдер күргәҙмәгә ҡул эштәрен сығарған, берәүҙәр виноградтан төрлө ҡамыр аштары бешереп, байрамға килеүселәрҙе һыйланы.
«Башҡорт», «Стреляева иҫтәлегенә», «Ҡарағай», «Юбилейлы» кеүек виноград төрҙәре өҫтәл түрендә. Тап Башҡортостанда үҫтерелгән был емештәр һыуыҡтарға яҡшы сыҙағанға күрә илдә киң билдәлелек яулай. Ғалим-селекционер Лидия Стреляева емештәре ышаныслы ҡулдарҙа булыуына был байрам тағы бер ҡабат раҫланы.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика