Йөҙләгән саҡырым юл, миллионлаған квадрат метр торлаҡ, тонналап ашлыҡ һәм тиҫтәләрсә кеше ғүмерҙәре 13.02.2015

Төрлө тармаҡта эшләүсе хеҙмәт алдынғылары Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградалары һәм Маҡтаулы ҡағыҙҙар менән бүләкләнде. Тәбрикләнеүселәр араһында Башҡортостан шефлыҡҡа алған Белогорск районында төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашыусылар ҙа бар ине. Рөстәм Хәмитов уларға айырыуса ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Мөҙәрис Исламов 35 йылдан ашыу слесарь-сантехник булып эшләй. Мин һуҙған йылытыу һәм һыу торбаларын бергә ҡушһаң Ер шарына тимерҙән билбау эшләргә мөмкин, тип шаярта оҫта. Ҡырымдың Белогорск районы Башҡортостан ҡанаты аҫтына алынғас та тәжрибәле сантехник ватандаштарыбыҙға ярҙамға оҙатыла.
Белогорск районында  Мөҙәрис Риф улы мөһим социаль объекттар, мәғариф учреждениеларын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Ул эшләгән предприятие ғына утыҙҙан ашыу мәктәп, балалар баҡсаһы һәм йорттар төҙөкләндерә.  Был ярҙам өсөн Ҡырым халҡы әле булһа ла шылтыратып рәхмәтен уҡый, ти Мөҙәрис Исламов.
Белогорск районын тергеҙеү эштәрендә   йөҙәрләгән  кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың ун дүртенә дәүләт наградалары, юғары исемдәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Рөстәм Хәмитов тап ошондай ярҙамсыл һәм үҙ эшен яратҡан кешеләр республика йәшәйешендә лә  ҙур урын алып тороуҙарын билдәләне.  
Юғары награда алыу тантанаһына илленән ашыу кеше саҡырылды. Улар төрлө һөнәр эйәләре - ябай волиделдән  алып  фән өлкәһендә юғары асыштарға өлгәшкән хеҙмәткәргә тиклем... Барыһын да эшһөйәрлек, үҙ эшен яҡшы белеү  берләштерә. Юғары исемгә лайыҡ булыусыларҙың береһе лә маҡталыу өсөн эшләмәгән. Бынан ары ла уларға яуаплылыҡ өҫтәлә генә. Тап улар төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүсе, киләсәк быуынға үрнәк тә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика