Йөк урынынан ҡуҙғалды

Йөк урынынан ҡуҙғалды 06.08.2014

Республиканың көньяҡ райондары өсөн әһәмиәтле Сибай-Әлмөхәмәт юлында төҙөкләндереү эштәре башланды. Әле был арауыҡҡа  Әбйәлил юл төҙөлөш-ремонт идаралығы хеҙмәткәрҙәре асфальт түшәй. Эштәр республика бюджетынан бүленгән аҡсаларға башҡарыла.

Әбйәлилдең юл төҙөүселәренә күңелһеҙләнергә урын юҡ. Ниндәй генә миҙгел булыуға ҡарамаҫтан эш тә етерлек. Яңы ғына  яуып үткән ҡойма ямғыр, боҙборсаҡта  кәртә була алмай, күрәһең. Төбәктә эш йылдам бара.
Әбйәлилдән  Урал аръяғының баш ҡалаһы тип һаналған Сибайға, яҡшы юл юҡлығы ике яҡ өсөн дә ҙур мәсьәлә булып торҙо.  Сибайҙа Әбйәлилдән генә йөҙәрләгән студент белем ала, район халҡына йомош менән ошо ҡалаға йөрөргә тура килә. Киҫкен мәсьәлә аҡрынлап  хәл ителә. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға юлда төҙөлөш эштәре башланды.
Быйыл әбйәлилдәргә Әлмөхәмәт - Төйәләҫ юлында 9, Белорет юл төҙөлөш-ремонт идаралығы эшсәндәренә 5 саҡрымда асфальт түшәү бурысы ҡуйылды. Көҙгә  Әбйәлил районы сигенән Сибай ҡалаһына тиклем асфальт юл буласаҡ. Ә киләһе йылға инде, уны  Хәлил ауылына ла еткереү күҙҙалана.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку