Йәгеҙ әле, егеттәр!  20.02.2016

Иглиндә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған конкурс үтте. Унда райондың 25 мәктәбе уҡыусылары көс һынашты.

Егеттәр Калашников автоматын һүтеп - йыйыуҙа ярыша. Һәр үҫмер ҡоралды, уның менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен яҡшы белергә тейеш. Бәйгелә ҡатнашыусыларға мәсьәләне еңел бирелде. Иң етеҙҙәр һынауҙы 20 секундта башҡарҙы.
Владимир Добрейкин, Оло Тәләк урта мәктәбе уҡыусыһы: «Беҙ конкурсҡа әҙерләнгәндә көн һайын команда менән йыйылышып автоматты һүтеп- йыйырға өйрәндек. Ваҡыт бик әҙ булды. Ләкин уҡытыусыбыҙ ярҙам итте. Был минең үҙемә лә оҡшай. Киләсәктә әрмелә хеҙмәт итәсәкмен. Шуға ла ошондай бәйгеләрҙең беҙҙең өсөн файҙаһы ҙур».
Конкурста егеттәрҙең ҡиәфәте, хәрби формалары тикшерелде. Шулай уҡ ваҡытҡа кейенеп-сисенеү кеүек тиҙлек талап иткән бәйгеләр ойошторолдо. Былар барыһы ла үҫмерҙәр өсөн хәрби хеҙмәткә әҙерлек тә булып тора.
Бәйгенең иң үҙенсәлекле өлөшө джентельмен-шоу булды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ретро йырҙарға вальс бейене. Һынауҙа һәр команданан бер егет ҡатнашты. Бейеүгә ни бары 30 секунд ваҡыт бирелде.
Мәктәптәр биш зонаға бүленеп көс һынашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Иглиндең икенсе мәктәбе яуланы. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика