Водителдәрҙең страховкалаусы ойошмаларға ҡарата дәғүәләре арта 04.03.2015

Автоһәүәҫкәрҙәр фекеренсә, һуңғы ваҡытта ОСАГО-ға өҫтәп, ғүмерҙе  страховкалау кеүек өҫтәмә  хеҙмәттәр көсләп тағылыуы йыш күҙәтелә.  Ысынбарлыҡ та иһә, страховкалаусы компаниялар түләүле хеҙмәттәрҙе законһыҙ башаҡара. Ғүмереңде страховкаларға йәки юҡмы икәнлеген һәр кем үҙ аллы хәл итергә тейеш.  

Башҡаланы хеҙмәтләндереүсе компаниялар үҙ-ара килешеп ҡуйған тейерһең! Ҡайһы ғына ишеккә кермә бөтәһе лә бер үк таныш һүҙҙәрҙе ҡабатлай, ОСАГО менән ғүмерҙе страховкалау мәжбүри һәм бер юлы хәл ителә. Баҡтиһәң, артыҡ страховка туплаусы агент эшмәкәрлеге, өҫтәмә бонустар һәм премиялар менән дәртләндерелә икән.
Бындай өҫтәмә түләүҙәр әлбиттә, килеме уртасанан түбән булған граждандар кеҫәһенә һуға. Уларҙың һәр икенсеһе көсләп  өҫтәмә страховка тәҡдим итмәгән компаниялар эҙләргә мәжбүр.
Был офиста беҙҙе йылы ҡаршыланылар. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла төплө һәм ентекле яуаптар ишеттек.
Страховка юллап йөрөгән водительдәргә  иһә менеджерҙар бер тауыштан: беҙҙең компьютерҙар  өҫтәмә сраховка программаһы  нигеҙендә генә  түләүҙәр ҡабул итә тип һылтана. Ә аварияһыҙ йөрөгәндәрҙең эшмәкәрлеге өсөн ташлама эшләүсе менеджерҙар ҙа   юҡ кимәлендә. Һөҙөмтәлә, ҡанундарҙы белмәгән халыҡ  шунда уҡ кеҫәһенән һуңғы тиндәрен сығарып һала. Был осраҡта хоҡуҡ белгестәре автоһәүҫкәрҙәргә ниндәй кәңәш бирә һуң? Иң беренсе сиратта үҙ фекереңдең дөрөҫлөгөн яҡлап, һүҙеңдә ныҡ торорға кәңәш итә улар.
Владимир Крюков, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса республика төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе: «16-сы статьяға ярашлы, хеҙмәттәр күһәткәндә өҫтәмә түләүҙәр көсләп тағылмай,ғүмерҙе страховкалау  ҡаралмаған. Компаниялар бөтәһе лә бер һүҙҙән: транспорт һәм ғүмерҙе страховкалау мәжбүри тип тороуы-ҡанунды туранан-тура боҙоу тигәнде аңлата.Ҡулланыусы үҙенең хоҡуғын яҡлап судҡа мөрәжәғәт итә ала».
Нисек кенә булмаһын, ҡабул ителгән ҡанун бер һүҙһеҙ үтәлергә тейеш. Әгәр ҙә ҡанун боҙолоп, һеҙгә был хеҙмәттәр икеһе лә бер юлы көсләп тағыла икән, бындай осраҡта  ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусылар полистың ике нөсхәһендә лә имза өҫтөндә «ғүмерҙе страховкалауҙан баш тартам» тип яҙырға кәңәш итә.Водителдәргә полистың күсерсмәһен эшләп, биргән аҡсаны кире ҡайтарыу маҡсатында РОСГОССТРАХ-ҡа ғариза менән мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Шудай уҡ ғаризаны монополияға ҡаршы комитетҡа ебәреү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика